Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
8 Май , 17:55

Ҡыҫтыбый бешерәйек

Ял көндәрендә  яҡындарыбыҙҙы тәмле ҡыҫтыбый бешереп ҡыуандырайыҡ

Ҡыҫтыбый бешерәйек
Ҡыҫтыбый бешерәйек

Был рецепт менән әҙерләнгән ҡыҫтыбый тәмле лә, йомшаҡ та килеп сыға. Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, 1/3 стакан шыйыҡ май, 2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он кәрәк. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.  Ҡамырҙы баҫҡандаң һуң, бер сәғәттәй йылыла тотһаң, ул еңел йәйелә. Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яғын әйләндереп бешереп алғас, эсенә йә иҙелгән картуф, йә бешкән тары ярмаһы һалып ҡапларға мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: