Биктимер Рәжәпов Сибай педагогия колледжында белем алғанда буласаҡ кәләше Земфира менән таныша. Йәштәр араһында һөйөү уты ҡабына.
Уҡыуҙы тамамлағас та улар өйләнешә. Йәш ғаилә 2004 йылда Крепостной Йылайыр ауылында тормош юлын башлай. Биктимер алған белеме буйынса ошо ауылда мәктәпкә эшкә урынлаша. Бербер артлы Тимур һәм Ғәзинур исемле улдары донъяға килә.
Ғаилә башлығының күңеле һәр саҡ тыуған яҡтарына тартыла, ул Сыңғыҙға ҡайтып үҙ йортон һалыу маҡсаты менән янып йәшәй. Шуға күрә күрше Беренсе Этҡол мәктәбенә эшкә урынлаша. Хөкүмәт тарафынан йәш ғаиләләр өсөн булдырылған ярҙам программаһын файҙаланып, 2009 йылда үҙ йортло булалар. Яңы өйгә күскәс өсөнсө улдары Динислам донъяға килә. Ғаилә башлығы 2012 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, ағас эшкәртеү эшен асып ебәрә. Утын ташырға техника ла һатып алалар. Ағас бысыу базаһын булдырып, эшселәр йәлеп итеп, эш урындары булдыра. Яҡын-тирәләге райондарға, ауылдарға заказ буйынса төрлө үлсәмдәге ағас материалдары, буралар етештерә башлайҙар.
Бәхетле парҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы Баязит,Ильяс, Ибраһим улдары һәм Эльмира, Гүзәлиә исемле ҡыҙҙары тыуа. Уңған ҡатын, хәстәрлекле әсә Земфира Мәсғүт ҡыҙы Рәжәпова Сибай педагогия колледжында башланғыс класстар уҡытыусыһы һөнәрен ала. Үҙ ғүмерен балаларына, ғаиләһенә бағышлай ул. Ҡура тулы һыйыр, йылҡы малы, ҡошҡорт үрсеткәс, эш етерлек. Бик тәмле итеп ит, һөт ризығын етештерә. Тағы бер яратҡан шөғөлө – баҡса үҫтереү. Земфира тормош иптәшенә һәр яҡтан ныҡлы һәм ышаныслы терәк. Эшҡыуарлыҡ буйынса иғландар биреү, заказдарҙы йыйыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған.
Ата-әсәһенә оҡшап балалар ҙа уңған, эшһөйәр, тәрбиәле булып үҫеп килә. Өлкән улдары Тимур һәм Ғәзинур яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Динислам, Баязит, Ильяс һәм Эльмира Сыңғыҙ мәктәбендә уҡый. Бәләкәстәре Ибраһим һәм Гүзәлиә балалар баҡсаһына йөрөй. Ишле ғаилә бар эште бергә башҡарып, матур кәйефтәре менән уртаҡлашып, гөрләтеп, татыу йәшәй. Тыуған еребеҙҙең ҡото һәм өмөтлө киләсәге булған Рәжәповтарға тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына татып, оҙон-оҙаҡ бәхеттә генә йәшәргә яҙһын.
Гүзәл Иҫәнгильдина.