Ғаилә йылы
23 Апреля 2024, 21:50

Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ

...

Бер һөнәр ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән, уларҙың һәр береһе кәрәкле һәм мөһим. Шулай ҙа мөһимдәрҙән дә мөһимерәк, изгеләрҙән-изге бер һөнәр бар – ул медицина хеҙмәткәре.

Эйе, аҡ халатлылар иңендә үтә

лә ҙур яуаплылыҡ – халыҡ һаулығы һағында тороу бурысы ята.

Һәм һәр заманда ла медицина

хеҙмәткәрҙәренең эше хөрмәткә

лайыҡ. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ла үҙ һөнәренең ысын

оҫталары байтаҡ. Шулар араһында Айгөл һәм Хәйҙәр Аҡҡужиндар

айырым урын биләп тора. Исемдәре ҡалала һәм районда ғына

түгел, ә Урал аръяғы төбәгендә лә

киң билдәле булған был һоҡланғыс

ғаиләнең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәтенә быйыл өс

тиҫтә йыл да тулған. Сығыштары

менән Хәйбулла районынан булған

йәштәрҙең тап Баймаҡ ерендә үҙ

бәхеттәрен табыуы ла юҡҡа түгелдер. Яҙмыш ҡушыуылыр, тигән матур һығымтаға киләһең...

Степной (Ҡараһыу) ауылында Вәлимә Аллабирҙе ҡыҙы һәм Ниғәмәт

Заһит улы Аҡҡужиндарҙың татыу һәм

эшсән ғаиләһендә бишенсе бала

булып тыуа Хәйҙәр. Бар ғүмерҙәрен

намыҫлы хеҙмәткә арнаған, урындағы хужалыҡты үҫтереүгә тос өлөш

индергән, дәүләт наградаларына лайыҡ булған ата-әсәһе балаларына

матур тәрбиә бирә. Хәйҙәр Ниғәмәт

улы урындағы мәктәптә, артабан

Аҡъярҙың 2-се урта мәктәбендә белем алғанда уҡ маҡсатҡа ынтылыусанлығы, тырышлығы менән айырылып тора. Бала саҡтан спорт менән

шөғөлләнә, техника менән мауыға.

Мәктәп йылдарында еңел атлетика

буйынса берәүгә лә алдынғылыҡты

бирмәй, район күләмендә һәр ваҡыт

призлы урындар яулай. Спортты

яратыу, сәләмәт тормош алып барыу уға артабан Аҡъярҙағы һөнәрселек училищеһында механик-водителгә уҡығанда ла, хәрби хеҙмәттә лә,

тормошта ла ярҙам итә.

Хәйҙәр Аҡҡужин хеҙмәт юлын

тыуған ауылындағы “Степной” совхозында водитель булып башлай.

Артабан Ватан алдындағы бурысын

үтәргә ваҡыт етә йәш егеткә – ике

йыл Төркмәнстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, совхозда водитель булып эшләүен дауам итә, ауыл хужалығы кампанияларында әүҙем ҡатнаша. Әммә йәштән үк врач булыу теләге йәш егетте

бер ҡасан да ташламай һәм ул

Башҡорт дәүләт медицина институты ҡарамағындағы Өфө республика

медицина училищеһына уҡырға инә.

1994 йылда уҡыу йортон уңышлы

тамамлап, теш врачы булып Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында эш

башлай.

Һәм бына шул ваҡыттан алып

бөгөнгәсә Хәйҙәр Ниғәмәт улы урындағы учреждениела эшләй, райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үҙ

өлөшөн индерә. Ошо йылдар эсендә ул бай тәжрибә тупланы, ысын

мәғәнәһендә үҙ һөнәренең алдынғыһы булып танылды, ҡала һәм районда ҙур абруй яуланы. Үҙ һөнәренең нескәлектәрен камил белгән, эшен яратып башҡарған, ярҙамсыл, йор һүҙле врачты коллегалары ла, пациенттары ла бик ихтирам итә, хеҙмәтен юғары баһалай.

Фиҙаҡәр эшмәкәрлеге өсөн Х.Н.

Аҡҡужин район хакимиәтенең, башҡа ведомстволарҙың Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Хәйҙәр Ниғәмәт улының тормош

юлдашы, Аҡъяр ауылы ҡыҙы Айгөл

Сәлмән ҡыҙы ла – ырыҫлы, Хәйбулла районында ҙур абруй ҡаҙанған

хөрмәтле ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы

Сәлмән Ғилман улы КПСС-тың Хәйбулла район комитетында пропаганда һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире,

әсәһе Мәрйәм Насретдин ҡыҙы математика уҡытыусыһы булып эшләй. Улар балаларына матур тәрбиә һәм белем бирә, һәр береһен

алдынғы ҡарашлы итеп үҫтерә.

Бала саҡтан ошондай күркәм

тәрбиә алып үҫкән ҡыҙ мәктәптә лә

тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бала

саҡтан хирург-травматолог булырға хыялланған ҡыҙ, урта белем алғас, Башҡорт дәүләт медицина институтының “Дауалау” факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында

үҙен бөтөн яҡтан да уңған итеп

танытҡан ҡыҙ уҡыу йортон уңышлы

тамамлай, бер йыл интернатура

үтә. Баймаҡҡа эшкә килеүенә ул

йылдарҙа үҙәк район дауаханаһының баш врачы булып эшләгән

билдәле етәксе Ғиззәт Зөлҡәрнәев

ҙур роль уйнай. Йәш белгестәрҙе

тәғәйенләү ваҡытында Ғиззәт Хәсән

улы ла ҡатнаша һәм Айгөл Сәлмән

ҡыҙын Баймаҡҡа эшкә саҡыра.

“Ғиззәт Хәсән улы талантлы врачхирург ҡына түгел, ә коллективты

туплап тороусы, йәш кадрҙарға

етди иғтибар бүлеүсе шәп етәксе

булды, – тип хәтерләй А.Аҡҡужина. – Мин һәр ваҡыт унан үрнәк

алырға тырыштым”. Баймаҡ үҙәк

район дауаханаһында эш башлағас, А.Аҡҡужина тәүҙә гинекология

бүлегендә, артабан бер нисә йыл

бала табыу йортонда, ҡатын-ҡыҙҙар

консультацияһында эшләй. Һуңынан

егерме йылдан ашыу гинекология

бүлеген уңышлы етәкләй. Ул үҙен

эшен камил белгән, ауырыуҙы бер

ҡарауҙан диагнозды дөрөҫ ҡуя белгән, талапсан, иғтибарлы врач, булдыҡлы етәксе һәм оҫта ойоштороусы итеп таныта. Айгөл Сәлмән ҡыҙының һөнәри оҫталығы, үҙ эшенә

мөкиббән бирелгәнлеге, ҙур яуаплылыҡ тойоуы арҡаһында әсә булыуға ирешкән, һаулығын нығытҡан

ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр. Бөгөн дә ул ошо йүнәлештәге

эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә.

Медицина өлкәһендә оҙаҡ йылдар

намыҫлы эшләгәне, өлгәшкән уңыштары өсөн А.С. Аҡҡужина район

хакимиәтенең, Рәсәй Федерацияһы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Алдарына һәр саҡ аныҡ маҡсаттар ҡуйған, заман һулышын тойоп эшләгән һәм йәшәгән Айгөл

һәм Хәйҙәр Аҡҡужиндар 2016 йылда Баймаҡта “Альфамед” медицина

клиникаһы асып ебәрә. Бер аҙҙан

уның филиалдары Аҡъяр һәм Йылайырҙа барлыҡҡа килә. Был клиникаларға Өфө, Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан юғары квалификациялы врачтар даими килеп, халыҡты ҡабул итә. Был, әлбиттә, халыҡ

өсөн бик уңайлы. Бында төрлө ҡатмарлы анализдар алына, башҡа

күп хеҙмәттәр күрһәтелә. Әйтергә

кәрәк, “Альфамед” клиникаһы һәм

уға ҡараған филиалдар йылданйыл үҙҙәренең матди-техник базаһын нығыта, уларҙа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы, заманса

алымдары ғәмәлгә индерелә. Яңыраҡ ҡына бында пациенттарҙы ҡанды лазер ярҙамында нурландырыу

(ВЛОК) һәм озон терапияһы менән

дауалай башлағандар.

Аҡҡужиндар ғаиләһе ҡаланың

һәм райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Әйткәндәй, улар

махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү

өсөн ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, уларға гуманитар ылау

ебәреүгә күп көс һала.

Айгөл Сәлмән ҡыҙы һәм Хәйҙәр

Ниғәмәт улы үҙҙәре кеүек уңған

һәм алдынғы ҡарашлы ике ул үҫтереп, уларға матур тәрбиә һәм

белем биргән. Өлкәндәре Булат,

Санкт-Петербург ҡалаһындағы финанс-иҡтисади университетты уңышлы тамамлап, әле Өфөлә алған һөнәре буйынса эшләй. Ғаиләле. Кесе улдары Арслан ата-әсәһе юлын

һайланы – Башҡорт дәүләт медицина университетының “Стоматология” факультетын уңышлы тамамлап, тыуған ҡалаһына эшкә ҡайтты. Әле ул Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында врач-стоматолог булып эшләй. Ул да ғаиләле.

Ошо көндәрҙә райондың һәм

Урал аръяғы төбәгенең һаулыҡ

һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә күп көс

һалған абруйлы ғаилә – Айгөл

һәм Хәйҙәр Аҡҡужиндар 55 йәшлек юбилейҙарын билдәләй. Кешеләрҙе ауырыу-һыҙланыуҙарҙан дауалаған тылсымлы ҡулдарығыҙ бер

ҡасан да арыу-талыу белмәһен, артабан да халыҡ һаулығы һағында

арымай-талмай эшләргә яҙһын.

Пациенттарҙың береһенең “Һеҙгә

булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ урын

алһын йөрәк түрендә!” тип шиғыр

юлдары менән оло хөрмәт һәм рәхмәт белдереүе лә юҡҡа түгелдер...

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас