Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
10 Апрель 2024, 06:00

Йәшәргә лә, әле йәшәргә

Хөкүмәтебеҙ тарафынан быйылғы йыл ғәилә йылы һәм мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде. Шуны күҙ уңында тотоп, изге Рамаҙан айын иҫәпкә алып беҙҙең Йомаш ауылы ҡатын - ҡыҙҙар советы рәесе Райманова Х. З, Ағинәйҙәр советы рәесе Исянова З. А, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Султангарева Г. Я, Аҡбулатова А. Ш ауылыбыҙҙың мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең хәлдәрен белеү маҡсатында юлландыҡ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Хөкүмәтебеҙ тарафынан быйылғы йыл ғәилә йылы һәм мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде. Шуны күҙ уңында тотоп, изге Рамаҙан айын иҫәпкә алып беҙҙең Йомаш ауылы ҡатын - ҡыҙҙар советы рәесе Райманова Х. З, Ағинәйҙәр советы рәесе Исянова З. А, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Султангарева Г. Я, Аҡбулатова А. Ш ауылыбыҙҙың мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең хәлдәрен белеү маҡсатында юлландыҡ бөгөн беҙ. Шуныһы ҡыуаныслы һәр ғәиләгә инһәңдә бөхтәлек, йылылыҡ бөркөлөп тора. Аш бүлмәһендәге ҡоймаҡ еҫтәре, ифтарға әҙерләп йөрөгән билмәндәр, тәҙрә төптәрендәге шаулап сәскә ярып ултырған гөлдәр, помидор, сәскәләр шытымдары, мин быларҙың барыһында ней өсөн яҙҙым? Бына ниндәй матур ғәиләләрҙә, тыуғандары, ата - әсәләре ҡурсауы аҫтында йәшәйҙәр беҙҙең мөмкинлектәре сикләнгәндәребеҙ. Исламов Дауыт ағайҙы бына 15 йыл инде һеңлеһе Гөлсөм апай менән Наил ағай тәрбиәһендә.. Дауыт ағай беҙҙе бик йылы ҡаршы алды, ул үҙенең алты гына йәшендә фажиғәле рәүештә инвалид булыуы тураһында һөйләне. Уның һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине. Дауыт Зинур улы «Һаҡмар » колхозының алыштырғыһыҙ диспечеры була, эш ваҡытым иртәнге етелә башлана ине тип хәтерләне. Хужалар эшкә килгәнсе барлыҡ күрһәткестәҙе йыя инем тине. Элекке колхоз рәесе Усманов Шөғәеп Ғөмәр улының юбилейына килеп бүләк тапшырыуы, Дауыт Зинур улының үҙ эшенең оҫтаһы булыуына дәлилдер. Сәриә Ноғман ҡыҙы улы Илдус фажиғәле йәрәхәтләнгәс үҙ ҡармағына алды. Уларга барып ингәндәлә айытҡа әҙерлек эштәре гөрләй ине. Тәҙрә төбөндәге сәскәләр, помидор шытымдарын күреп барыһынала өлгөрөргә тырышалар, һынауҙарға бирешмәйсә улы Илдусҡа үҙенең йылыһын өләшә әсә. Алекбаевтар ауылыбыҙҙың өлгөлө, уңған ғәиләләренең береһе. Ҡапҡа төбөнән башланған бөхтәлек, таҙалыҡ, өйҙәге йылылыҡ, яҡты йөҙҙәр ҡаршы алды беҙҙе. Ҡыҙҙары Йәнбикәнең һәр бер ынтылышына, быйыл мәктәпкә йөрөй башлауына ҡыуанып һөйләнеләр. Акбулатовтар Сәриә һәм Ғаяз ауылыбыҙҙың һәр яҡлап өлгө, үрнәк булған ғәиләләренең береһе. Улдары Сәлимйәнгә дөрөҫ, матур тәрбиә биреүҙе өҫтөн ҡуялар. Ауылыбыҙҙың ошондай ғәиләләре менән һоҡланмай мөмкин түгел. Барыһынала һаулыҡ, сабырлыҡ, иман байлыҡтары теләем. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан йырланған «Йәшәргә лә әле йәшәргә»тигән йыр тағыла дәрт дарман өҫтәгәндер тип уйлайым. Илебеҙ тарафынан иғлан ителгән мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылында ошондай ғәиләләргә берәй социаль ярҙам булһа ине тигән өмөттә таралыштың Йомаш ауылы инциатив төркөме ҡыҙҙары.

Хәҙисә Райманова, Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Йәшәргә лә, әле йәшәргә
Йәшәргә лә, әле йәшәргә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас