

Бөгөн ишбирҙеләр мәсеткә Ураҙа ғәйетенә йыйылды.
- Вәғәздәр тыңлап, байрам намаҙы уҡылды. Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, күңелдәребеҙгә иман нуры өҫтәп, һәр беребеҙгә именлек, мәрхәмәт һәм бәрәкәт алып килһен! Донъяларыбыҙ тыныс, табындарыбыҙ мул, яҡын кешеләребеҙ һәр саҡ янда булһын! Артабан да Рамаҙан айҙарын күрергә һәм Ураҙа - ғәйетен иҫән һау ҡаршыларға насип итһен. Мәсеткә йөрөүселәр йылдан йыл күбәйеүе бик ҡыуандыра .Байрам ойоштороусы Мотаһар муллаға һәм хәләл ефете Ғәйшә еңгәйгә бик ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Ҡорбан ите биреүсе Шәкир ағай Дәүләткилдинға ла ҙур рәхмәт, Аллаһ бирһә Рөстәм ҡустыбыҙ әрме сафтарында имен һау хеҙмәт итеүен, һуғыш яланында йөрөгән егеттәребеҙ тыуған яҡтарыбыҙға үҙ аяҡтары менән имен һау ҡайтып төшөүен теләйектәр.
Ураҙа Ғәйете мөбәрәк булһын!!!