Ғаилә йылы
6 Апрель 2024, 21:26

“Тамырҙарыма мәңге рәхмәтлемен...

Буранбай ауылы үҙенең атаҡлы шәхестәре, иҫ киткес таланттары, хеҙмәт һөйөүсән халҡы, бай тарихы менән дан тота. Гүзәл һәм Миңлеғәле Һағынбаевтар ғаиләһендә донъяға килгән йәш ғалимә Гөлдәниә Ғимашева ла сығышы менән тап ошо ауылдан. Гөлдәниә менән булған әңгәмәбеҙ тормоштоң үҙе хаҡында булыр.

ында булыр.

– Гөлдәниә, әңгәмәне ғәмһеҙ бала сағыңдан башлайыҡ

әле.

– Бала сағым тураһында

һөйләгәндә, тәү сиратта ауылымды уратып алған хозур

тәбиғәтем күҙ алдына килеп

баҫа. Ошондағы барлыҡ ерһыу атамаларының килеп сығышы шул тиклем ҡыҙыҡ булып

күренә ине. Оло инәйҙәрҙән

уны энәһенән ебенә тиклем

һорашып, иҫ-аҡылын китәрә

торғайным. Был инәйҙәр миңә шулай уҡ һуғыш хаҡындағы

хәтирәләрен дә һөйләне. Өләсәйемдең моңло йырҙары –

үҙе бер тарих бит ул! Күрше

Нурия инәй Үтәбаеваның мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғалар, имтомдар хаҡында хикәйәттәрен

тыңларға ифрат яраттым.

– Атай-әсәй тәрбиәһе һинең тормошоңда ниндәй роль

уйнаны?

– Атай-әсәйем миңә ныҡлы

ҡанаттар ҡуйҙы. Әсәйем һәр

ваҡыт әкиәттәр, ғибрәтле әҫәрҙәр һөйләп, беҙҙең телмәребеҙҙе үҫтереүгә һәм байытыуға күп көс һалды. Беренсе

уҡытыусыларым, тип мин уларҙы атар инем. Атайым менән

әсәйем изге күңелле, тырыш,

уңған, тынғыһыҙ кешеләр. Ундай кешеләрҙе, ҡышын ҡарҙа

ҡаҙан ҡайнатыр, тип әйтәләр.

Атайым балта оҫтаһы, төҙөлөш эшендә эшләй. Моңға

ғашиҡ йән, оҙон көйҙәрҙе ихлас башҡара. Беҙ боронғо

йырҙарҙың тарихтарын белеп

үҫтек. Әсәйем – өй хужабикәһе, өйөбөҙ усағын һаҡлаусы. Ул бар нәмәлә матурлыҡты һөйә: үҫтергән гөлдәре

күҙҙең яуын ала, баҡсабыҙ

йыл һайын мул уңыш бирә.

Шулай уҡ китаптар, гәзит-журналдар уҡырға ярата. Атайәсәйем беҙгә ваҡытын бер

ҡасан да йәлләмәне, һәр эшебеҙҙе хуплап, ҡеүәтләп, яҡшы

тәрбиә бирҙеләр.

– Мәктәп йылдары ниндәй

хәтирәләр ҡалдырҙы?

– Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылдым. Үҙем өсөн ниндәйҙер

асыш эшләргә, шуны ентекләп

өйрәнергә тырыштым. Олимпиадаларҙың һәр төрлөһөндә

ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындар яуланым. Шиғыр

һөйләү конкурстарынан, спорт

ярыштарынан ситтә ҡалманым. Шулай мәктәп йылдары

гөрләп торҙо. Уҡытыусылар

уҡыусыларҙың белем кимәлен генә үҫтермәне, ә уларға

рухи тәрбиә лә бирҙе.

Буранбай ауылы мәктәбендә уҡыған йылдарҙа башҡорт

теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ләлә Хәмитова “Урал батыр”

эпосын ятлауға дәрт уятты.

Өс тапҡыр район күләмендә

ҡатнаштым, тәүге йылдарҙа

Рәхмәт хаты алдым. Өсөнсө

тапҡыр барғанда өсөнсө урын

алдым. Эпосты тулыһынса ятланым, ҡустым Иҙел менән

дә бер йыл бергә ҡатнаштыҡ.

Ул дәртләндереү призына лайыҡ булды. Әйткәндәй, ҡустым сәнғәт юлын һайланы,

ул – ҡурайсы, халыҡ-ара һәм

республика конкурстары лауреаты һәм дипломанты.

Шиғыр ятлау һәм ижади

эштәрҙә ҡатнашыу миндә илһөйәрлек, тырышлыҡ сифаттарын, ҡуйған маҡсатыңа ирешеү, һәләттәремде үҫтереүгә

ҙур юлдар асҡандыр, тип уйлайым. Ләлә Ғүмәр ҡыҙының

хеҙмәтен хөрмәт итәм, уға

ныҡ рәхмәтлемен.

– Буранбай мәктәбен тамамлағандан һуң уҡыуыңды

ҡайҙа дауам иттең?

– Ауылыбыҙҙағы мәктәп 9

йыллыҡ ҡына булғанлыҡтан

10-сы класҡа уҡырға Сибайҙағы гимназия-интернатҡа барырға ҡарар иттем. Был теләгемде ата-әсәйем дә хупланы. Бында төрлө райондарҙан йыйылған балалар менән

татыу ғаилә булып йәшәнек.

Беҙгә Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова кеүек билдәле уҡытыусылар белем бирҙе. Әлнисә апай минең ижади һәләттәремде үҫтереүгә күп көс

һалды. Ҡала һәм республика олимпиадаларында, ғилми

конференцияларҙа, фольклор

конкурстарында еңеүҙәр яуланым. Ике йыл эсендә уҡытыусым менән биш шиғри

китапсыҡ баҫтырып сығарҙыҡ.

“Йәншишмә” гәзитенең йәш

хәбәрсеһе, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы булдым. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы

үҙемдең ижад кисәмде ойошторорға ла ярҙам итте.

– Был һиңә артабан филология йүнәлешен һайлауға

этәргес көс бирҙеме?

– Эйе. Башҡорт теленән

берҙәм дәүләт имтиханын

уңышлы тапшырҙым һәм физика-математика профилен тамамлауыма ҡарамаҫтан, уҡытыусымдың фатихаһы менән

филология юлын һайланым.

2011 йылда Башҡорт дәүләт

университетының, ул ваҡытта

башҡорт филологияһы һәм

журналистика факультеты башҡорт һәм инглиз телдәр бүлегенең студенты итеп алындым.

Был йылдар онотолмаҫ хәтирәләргә бай һәм йәшлектең иң гүзәл мәлдәре булараҡ иҫтә ҡалды. Мәктәп менән

сағыштырһаң, айырма ер менән күк араһы тигәндәй. Ни

өсөнмө? Бында үҙ аллы тормош башланды. Үҙеңде тәрбиәләү һәм үҫтереү йәһәтенән күп тырышырға һәм камиллашырға кәрәк. Ошо арала һәр беребеҙ шәхес булып формалашыуға әҙме-күпме аҙымдар яһаныҡ. Юғары

уҡыу йортонда һәм факультетыбыҙҙа үткән халыҡ-ара,

Бөтә Рәсәй һәм республика

кимәлендә уҙғарылған ғилмиғәмәли конференцияларҙа ҡатнаштым, призлы урындар яуланым. Университетыбыҙҙың

мәҙәни тормошонда ҡайнаным, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләндем.

Студент йылдары беҙгә күп

мөмкинлектәр асты. Шуның

береһе – II курста “Star trip”

халыҡ-ара студенттар ойошмаһы менән Америка Ҡушма

Штаттарында алты айҙан ашыу

инглиз телен өйрәндем һәм

камиллаштырҙым. Сит телде

өйрәнеү йәһәтенән ҙур тәжрибә туплауҙан тыш, Башҡортостандан килгән, хәйер, бүтән студенттар менән дә бергә рәхәтләнеп сәйәхәт иттек.

Ниндәй генә ерҙәрҙе гиҙмәнек,

төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте

менән яҡындан таныштыҡ.

– Ҡайһы бер студенттар

уҡып та, эшләп тә өлгөрөргә

тырыша. Бындай студенттарға

ҡарашың ниндәй?

– Ыңғай. Үҙем дә эшләп

уҡыным. 2-се курста саҡта

“Деловой мир Башкортостана”

гәзитендәге мәҡәләләрҙе инглиз теленә тәржемә иттем.

Улай ғына ла түгел, республика баҫмаларына ла мәҡәләләр яҙҙым, хатта гонорар ҙа

түләнеләр. Шулай уҡ инглиз

теленән репетитор булдым.

Бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамланым, артабан

магистратураға уҡырға индем.

Һуңғы курста Башҡорт дәүләт университетында эш башланым һәм әле лә шунда

эшләйем.

– Дипломлы белгес булараҡ

хеҙмәт юлын ҡайҙа башланың?

– Филология фәндәре докторы, шәрҡиәт һәм башҡорт тел

ғилеме кафедраһы профессоры

Хәҙисә Солтанбаева аспирантурала уҡыуҙы дауам итергә

саҡырҙы. Ғөмүмән, Хәҙисә Вәли ҡыҙы миңә һәр ваҡыт үрнәк

булды. Беренсе курста ғына

уҡығанда уҡ беҙ, ҡыҙҙар, уға

ҡарап һоҡлана инек. Аспирантурала ғилми етәксем булғанына бик шатландым.

Етәксем менән һөҙөмтәле

һәм тынғыһыҙ эшләнек, өс йыл

дауамында “Мостай Кәрим

ижадында “Ғаилә” концептосфераһы” тигән кандидатлыҡ

диссертацияһы буйынса 49 ғилми мәҡәләм донъя күрҙе. Шулар араһында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем

биреү министрлығының Юғары

аттестация комиссияһы раҫлаған баҫмаларҙа, Web of

Science, РИНЦ журналдарында, Әзербайжанда һәм Ҡаҙағстанда донъя күргәндәре лә

байтаҡ.

Етәксемдең принципиаль,

үтә талапсан сифаттары ла ҙур

уңыштарға юл асты. Өс йыл

уҡыу дәүерендә Башҡортостан

Башлығы стипендиаты булдым.

Был еңеүем өсөн шулай уҡ

башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллинаға рәхмәтлемен. Деканыбыҙ алдынғы ҡарашлы һәм

тырыш булғаны өсөн факультетыбыҙ камиллаша, үҫә, төрлө

еңеүҙәргә өлгәшә. Йәштәр телендә һөйләшә белгән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡшы аңлаған, шул уҡ ваҡытта ғилми

даирәлә һәм йәмәғәтселек алдында юғары абруйлы йәш

етәксе һуңғы осорҙа студенттар һәм уҡыусылар өсөн

факультетта бихисап проекттар, конкурстар, олимпиадалар ойошторҙо, гранттар яулана, бюджет урындары ла

арттырылды. Студенттар ҡайҙа ғына барып ял итмәй, сит

илдәргә стажировкалар ойошторола. Республикала ниндәй

генә мәҙәни сара үтмәһен,

һәр ҡайһыһында беҙҙең факультет ҡыҙҙары һәм егеттәре

ҡатнаша. Бейеү ансамбле төҙөнөләр, ҡурайсылар, йырсылар күп. Рәсәй һәм республика кимәлендә был тиклем

стипендиаттарыбыҙ бер ҡасан

да булғаны юҡ ине. Күңелде

ғорурлыҡ хисе биләй, әлбиттә.

– Ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт ҡаламы?

– Әлбиттә, ваҡыт табырға

тырышам. Шиғырҙарым һәм

мәҡәләләрем студент йылдарында ла республика баҫмаларында баҫылып сыҡты. Республикабыҙҙа билдәле зауыҡлы журналыбыҙ “Башҡортостан

ҡыҙы” ойошторған “Әсә йөрәге-2022” шиғри бәйгеһендә

3-сө урын, йәш шағирҙарҙың

һәм яҙыусыларҙың “Ҡәләм һынауы” республика әҙәби конкурсында 3-сө урын алдым.

Ижад – минең ҡарашымды һәм

фекеремде илһөйәрлек, һөйөү

тулы наҙ һәм рухи ҡиммәттәр

идеяһы менән семәрләп еткереү сығанағы ул. Еңелсә фәлсәфә һәм яратыу хистәре ижадыма хас.

– Шәхси тормошоңдан уңдыңмы?

– Тормош иптәшем Динар –

минең төп терәгем һәм танысым. Ул һөнәре буйынса геодезист. Кадастр инженеры булып

эшләй. Беҙ бергә Башҡорт дәүләт университетында уҡыныҡ.

Ике ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ бар.

Заһиҙә, Зәйнәб һәм Рәхим әле

бәләкәстәр. Бәләкәс балалар

нимә менән генә ҡыҙыҡһынмай?! Әкиәт һөйләргә яраталар, йырлайҙар, бейейҙәр, шиғыр һөйләп маташалар.

– Һинең өсөн ғаилә ҡиммәттәре нимәнән ғибәрәт?

– Балаларҙа күркәм холоҡ

тәрбиәләү, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү мөһим. Ата-бабалар аманатын һаҡлау. Шул уҡ

шәжәрәне белеү, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, топонимдарҙы

белеү, уларҙын тарихын шулай

уҡ тәфсирләү балаларыма ныҡ

ҡыҙыҡлы.

– Һинең өсөн кем ул яҡын

дуҫ?

– Яҡын дуҫ – ул һинең

булмышыңды нисек бар шулай

ҡабул итеүсе серҙәш, әхирәт.

Мин, шөкөр, төрлө өлкәлә

эшләгән дуҫтарымдан уңдым.

– Дингә килеүең тураһында

ла һөйләп үтһәң ине?

– Дингә килеүем ҡаныбыҙҙан килә. Ата-бабаларым,

әсәйем яғынан ишандар булған.

Минең өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, алдынғы колхоз

бригадиры, ваҡытында депутат

булған Юлбарисов Бәхтиәр

Иблеәмин улы өлгө булып тора.

Ул Бөйөк Ватан һуғышында

ҡатнашып, өс тапҡыр Сталиндан Рәхмәт хаты ала. Украинала ла батырлыҡтар күрһәтә.

Уның батырлыҡтары тураһында

интернет селтәрендә мәғлүмәт

күп. Әсәһе доғалары уны бәләҡазаларҙан һаҡлай. Мин үҙем Рамаҙан айында тыуғанмын. Тап ул матур итеп исем ҡуша. Бәлки, шул олатайымдың иман тылсымы миңә һеңгәндер, тип

уйлайым. Бәләкәй саҡтан әсәйем сүрәләр өйрәтте, районыбыҙҙа “Иман нуры” конкурстарында күп ҡатнаштым. Шул саҡтарҙа ветеран олатайҙар менән мәсеттәрҙә йома намаҙын уҡыу бәхете тейҙе. Улар сәждәгә киткәндә миҙалдары сыңлап торор ине.

Миңә иман нурҙары биреүсе өләсәйем Мәрүәр, Нурия инәйем, Ғүмәр олатайым инде мәрхүмдәр, йәндәре ожмахта булһын, әсәйемә, Миңъямал инәйгә рәхмәттәрем сикһеҙ.

– Рәхмәт һүҙҙәрен кемдәргә әйтер инең?

– Уҡыу йылдарында миңә ярҙам итеүселәрем күп булды. Һәр яҡлап минең рухи һәм шәхси үҫешемә тос өлөш индергән ҡәҙерле атай-әсәйемә, ғаиләмә, барлыҡ туғандарыма, ҡайны-ҡәйнәмә, дуҫтарыма, барлыҡ уҡытыусыларыма – Буранбай ауылы мәктәбе, Сибай гимназия-интернаты коллективына, Өфө фән һәм технологиялар университетына рәхмәттәремде еткерәм.

– Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Уңыштар һиңә!

Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас