Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
6 Апрель 2024, 15:51

Һин бит моңдоң йырсы ҡоло, әйҙә, йәнем йырла әле

Баймаҡ егете Кәрим Сәфәрғәлин республика интернет йыр конкурсында еңеү яуланы

Һин бит моңдоң йырсы ҡоло, әйҙә, йәнем йырла әлеҺин бит моңдоң йырсы ҡоло, әйҙә, йәнем йырла әле
Һин бит моңдоң йырсы ҡоло, әйҙә, йәнем йырла әле

Баймаҡ районы Ҡарамалы ауылында тыуып үҫкән, әле Аҡъяр ауылында йәшәүсе Кәрим Сәфәрғәлинды бөгөн Башҡортостанда белмәгән кеше һирәктер.Һәр хәлдә, йыр-моң һөйөүселәргә ул үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ моңо менән яҡшы таныш. Һәүәҫкәр йырсы, шәп баянсы, дәртле бейеүсе итеп танытты ул үҙен.

Кәрим Сәфәрғәлиндың ижадҡа юлы тап Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡығанда башланып, артабан әрмелә, "Йылайыр" совхозында, Яковлевка ауылында эшләгәндә дауам итә һәм бөгөнгәсә ул унан айырылғаны юҡ.Тыуған төйәгенән илһам һәм дәрт алған ижадсы мәктәп-интернатын, Ҡарамалыһын бер ҙә онотмай. Аҡъярҙан танылған йырсы һәм композитор Юлай Асҡаров Кәрим Сәфәрғәлинды сәхнәгә сығарыу, яңы проекттарға йәлеп итеүгә күп көс һала.

Ошо көндәрҙә Кәрим Сәфәрғәлин "Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек" республика конкурсында беренсе урынды яуланы. Уның башҡарауында "Нимә булды һиңә бөгөн..." йыры барыһын да таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй, Кәрим Сәфәрғәлиндың ижадына ошо арала 35 йыл тула.

"Һаҡмар" гәзите һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте талантлы һәүәҫкәр йырсы Кәрим Сәфәрғәлиндың ижад кисәһен ойоштора.Ул ошо арала Ишмөхәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда үтә.Унда яҡташыбыҙҙың ижадташ дуҫтары, ауылдаштары, район хакимиәте, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнаша.

"Һин бит моңдоң йырсы ҡоло, әйҙә, йәнем, йырла әле" тип аталған тамашала барыһын да көтөп ҡалабыҙ!

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас