+24 °С
Ямғыр
"Һаҡмар" һәм "Баймакский вестник" гәзиттәре коллективы бөгөн экологик өмәгә сыҡты.Журналистар үҙҙәренә беркетелгән биләмәне ҡыйҙан таҙартты, ҡар ташланы, тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге ҡалала һәм районда үткәрелгән экологик өмәләрҙә һәм акцияларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ситтә ҡалмай.Матбуғат йорто ҡалала иң матур һәм тәрбиәле биләмәләрҙән һанала.