Кисә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярышының финал уйындары үтте. Унда Баймаҡ ҡалаһының төрлө хеҙмәт коллективтарынан һайлап алыу ярышында еңеү яулаған спорт ғаиләләре ҡатнашты. Шуның өсөн дә иң-иңдәрен билдәләү еңелдән булманы.
Иң көслө спорт ғаиләһе исемен яулау өсөн ете ғаилә көс һынашты. Атай, әсәй һәм балаларынан торған командалар алдына дуҫлыҡтарын, татыулыҡтарын, берҙәмлектәрен күрһәткән һынауҙарҙы үтергә кәрәк ине. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы уйындарҙан, көйәрмәндәрҙең дәртләндергән шат тауыштарынан спорт залы гөрләп торҙо. Командалар йүгереп тә, туп ташлап та ярышты. Атайҙар гер күтәреп, әсәйҙәр скакалка аша һикереп, ә балалар иҙәнгә ятып, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреп көстәрен күрһәтте.
Һәр яңы ярыш төрө уйын барышына көсөргәнешлек кенә өҫтәне. Ә шулай ҙа баһалама комиссияһы бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үткән, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлаған һәм ҡуйылған ҡаршылыҡтарҙы бергә атҡарып сығырға ярҙам күрһәткән ғаиләне еңеүсе тип билдәләне. Улар - “Толпар” балалар баҡсаһынан Рәсүлевтар ғаиләһе! “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Барлыбаевтар – икенсе, “УралСиб” банкынан Нәҙербаевтар ғаиләһе өсөнсө урынды яуланы.
Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, Почет грамоталары тапшырылды.
“Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” ярышы – ғаилә ҡиммәттәрен нығытып, көс, дәрт, алға яңы маҡсаттар билдәләне. Спорт байрамы бүләк иткән һәр командаға рәхмәт белдерәбеҙ.