лыҡ яҙыусыһы Таңсулпан
Ғарипованың ижадына арналды. Уны Баймаҡ биләмәара үҙәк китапханаһы ойошторҙо.
Конкурстың тәүге этабы
Темәс, Мерәҫ, Иҫке Сибай,
Икенсе Этҡол төбәктәрендә
һәм ҡалала үтте. Бында үҙен
һынап ҡараған 44 ҡыҙҙың
унауһы финалға һайлап алынды. Финалдағы сығыштарҙы
Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир
Иҫәнбаев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир
Ҡунафин, уның урынбаҫары
Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, район
ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе
Гөлшат Байдәүләтова һәм
үҙәк китапхана директоры
Зилә Мортазина баһаланы.
Бәйгеселәр тәүҙә үҙҙәре
менән таныштырҙы. Ҡолсоранан Зөһрә Шәйәхмәтова
сығышын “Һаумы” тип сәләмләүҙән башланы. Унан
ҡумыҙҙа уйнап, сығышын ҡалаҡ һуға-һуға бейеп тамамланы. Мерәҫтән Розалина
Дауытбаева үҙен йыр менән
презентацияланы. Байыштан
Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова “Урал
батыр” эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе. Йәнйегеттән
Аделина Ҡарабаева сығышын
дәртле бейеү менән башланы
һәм шулай уҡ бейеү менән
тамамланы.
Конкурстың икенсе өлөшөндә ҡыҙҙар төрлө йүнәлештәрҙәге һорауҙарға яуап
бирҙе. Һорауҙарҙың күбеһе
Т.Ғарипованың әҫәрҙәренә
бәйле булһа, араларында
район тормошона ҡағылышлыһы ла осраны. Конкурсанттар шулай уҡ әҙибәнең
әҫәрҙәренән өҙөктө сәхнәләштерҙе, стилләштерелгән
милли кейемдә сәхнәлә йөрөп күрһәтте.
Тантаналы минуттар ҙа
килеп етте. жюри сәхнәгә
сығып, ҡыҙҙарға иң изге
теләктәрен еткерҙе. Мөнир
Ҡунафин: “Бәхетлеләр янында бәхетле булғы килеп тик
тора”, – тине. Гөлшат Байдәүләтова: “Һеҙҙән матур
әсәйҙәр һәм матур ҡыҙҙар
үҫер”, – тигән теләктәрен
еткерҙе. Таңсулпан Ғарипова: “Һеҙҙең йәшегеҙҙә
мин Күсейҙән Түбәгә йөрөп уҡыным. Алдағы аҡ елкәнем мине аҙаштырманы, рухымды һын-дырманы. Шул тиклем әҙәбиәтте яраттым. Тормош алдығыҙға ҡыҙыл балаҫтар түшәп ҡуймай. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн һеҙҙең дә үҙегеҙгә генә хас аҡ елкәнегеҙ булһын”, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Шулай итеп, конкурста 1-се урынды Иҫке Сибайҙан Розалия Аҫылғужина, 2-се урынды һәм “Ағиҙел” журналының махсус призын Йәнйегеттән Аделина Ҡарабаева, 3-сө урынды Икенсе Этҡолдан Юлиә Байтурина алды.
Ҡолсоранан Зөһрә Шәйәхмәтова – “Тамашасы һөйөүе”, Мерәҫтән Розалина Дауытбаева – “Рухлы һылыу”, Баймаҡтан 3-сө мәктәп уҡыусыһы Айлина Баязитова – “Сәхнә оҫтаһы”, Урғаҙанан Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова – “Баймағыбыҙ өмөтө”, Темәстән Айнагөл Урмантаева – “Сая ҡыҙ”, Түбәнән Нургизә Иҫәнбаева – “Нәзәкәтлек”, Яраттан Айһылыу Мырҙаҡаева “Гүзәллек” номинацияһына лайыҡ булды.
Һылыуҡайҙарҙың барыһын да еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңыштар яуларға яҙһын!
Э. Харисова.