Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Март 2024, 12:42

Йәкшәмбе баҙарында хаҡтар нисек булды?

Һуңғы аҙналарҙа баҙарҙа сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа бик аҙ.Быға нимә сәбәпсе?

Йәкшәмбе баҙарында хаҡтар нисек булды?Йәкшәмбе баҙарында хаҡтар нисек булды?
Йәкшәмбе баҙарында хаҡтар нисек булды?

Һуңғы ике аҙнала Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында сауҙа итеүселәрҙең дә, һатып алыусыларҙың да бик аҙ булыуы күҙгә ташлана. Шуға ла тәҡдим ителгән продукцияның да аҙ булыуына аптырарға ярамай.

Мәҫәлән, ит менән үткән баҙарҙа ла, быныһында ла бер нисә генә кеше һатыу итте.Һыйыр итенең килограмын 350-500, йылҡыныҡын 450-600 һум менән һатып алырға мөмкин булды.Бройлерҙыҡын - 400, ҡаҙ итен - 650-750, күркәнекен 500 һум менән тәҡдим иттеләр.

1,5 литр һөт - 100, 0,5 литр ҡаймаҡ - 300, 1 кг эремсек - 150 һум.Йомортҡаның тиҫтәһе - 150, ауыл икмәге - 100-150, майҙың килограмы - 700 һум.

Ҙур биҙрәләге картуфҡа 250 һум һоранылар."Икенсе икмәк" менән башлыса өмөтбайҙар һәм күгиҙелдәр һатыу итте.

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас