Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
23 Март 2024, 20:32

“Шиғырҙарым дәфтәре генә янманы”

Ауылыбыҙҙа һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Земфира Кәримова тап шундайҙарҙың береһе.

Земфира Кәримова сығышы менән Абҙаҡ ауылынан. Ғаиләлә ул төпсөк бала булып донъяға килә. Был ғаилә Әхмәр ауылына күскәндә ҡыҙға ни бары 3-4 йәш тирәһе була. Ошонда ул һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Сибай педагогия училищеһының хеҙмәт һәм һыҙма бүлеген тамамлап, ҡабат ауылына әйләнеп ҡайта. Урындағы мәктәпкә эшкә төшә. Ситтән тороп БДУ-ның география факультетын тамамлай. Земфира Һиммәт ҡыҙы 33 йыл педагогия, 7 йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләй.

Ауыл уҡытыусыһының эше йәмәғәт тормошо менән ныҡ бәйле була. Эштән һуң ул агитация эшен дә алып бара, совхозға ярҙам итеү, баҫыуға, ырҙынға, малсылыҡ фермаһына барып концерт ҡуйыу – барыһы ла була. Ул ваҡытында алдынғылар тураһында “Молния” стена гәзитен дә сығара. Шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарға йөрөп, спектакль, концерттар ҙа ҡуйырға тура килә. Был мәлдәрҙе һағынып иҫкә алырға ғына ҡала. Әле ул хаҡлы ялда. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһалана. Кисәге уҡыусылары әле лә яратҡан уҡытыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп кенә тора. Кәңәш һорап килгәндәре лә бар.

Әхмәр мәҙәниәт йортонда эшләү дәүерендә Земфира Һиммәт ҡыҙы башҡорт йолаларын, миҙгелгә бәйле байрамдарҙы йыш үткәрҙе. Ололар менән берлектә “Килендәр”, балалар менән “Шәжәрә” фольклор ансамблен ойошторҙо. Балалар театры “Ҡояшҡай” менән “Ҡар батшабикәһе” спектаклен, ҡурсаҡ театры “Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштерҙе. Наурыз, ҡышҡы һәм йәйге Нардуған, Сөмбөлә, Сәскә байрамы ла ауылыбыҙҙа гөрләп үтте. Милли уйындарҙы тергеҙеү өҫтөндә лә эш алып барҙы. Ҡул эштәре – балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, башҡорт милли биҙәүестәр эшләргә өйрәтте. Ауылдашыбыҙ шулай уҡ шиғриәткә ғашиҡ кеше. “Ҡайтыу”, “Яҡты йондоҙ”, “Ғүмер бер генә, бер мәл генә”, “Зәкир-Зәкирә” исемле хикәйәләр яҙҙы.

Шиғырҙарын бер ҡалын дәфтәргә йәштән яҙып барһа ла бер кемгә лә күрһәтергә ашыҡмай. “Бер шағирә апай ҡарап сыҡҡас, аҡ шиғырҙар, тине.

Был дәфтәрҙең үҙ тарихы ла бар. Элек дәфтәргә яҙып барҙым да, интернетты ныҡлап өйрәнеп алғас, туҙмаһын тип дәфтәремде гәзиткә төрөп һалып ҡуйҙым. Ул шулай онотолған.

Яңы өй һалып сыҡҡас, иҫке өйҙө йыйыштырып, ҡыйын мейескә тултырҙыҡ. Ҡыш үтте. Йәй өйҙә ут яғып булмай, эҫе бит. Мейес икмәген бешереп ашағы килә. Иҫке өйҙөң мейесенә ут яҡтым. Ике сәғәт янды, икмәк ҡалҡты. Мейестең күмерен алып, икмәкте ултыртырға булдым. Шул саҡ урта тирәлә өйөлөп ятҡан күмерҙе күрҙем. Тартһам, гәзиткә төрөлгән нәмә килеп төштө, аптырап киттем. Бер ҡосаҡ утын янып бөткән мейестә янмаған гәзит эсендә минең шиғырҙарым дәфтәре килеп сыҡты. Осо ла янмаған. Иҫаҡыл китте. Шул осорҙа фольклор йыйып, студенттар менән Әхмәт ағай Сөләймәнов килде. Беҙҙә туҡталды. Ошо тарихты һөйләгәйнем, былай тине: “Ҡөрьән янмай бит. Бында ла изге кисерештәрең яҙылғанғалыр”, – тип иҫтәлектәре менән бүлеште әңгәмәсем. Земфира Һиммәт ҡыҙы – ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, ҡәҙерле өләсәй. Тормош иптәше Ирек Имаметдин улы менән матур итеп донъя көтәләр.

Улар бергә-бергә дүрт балаға ғүмер, матур тәрбиә

биргәндәр. Бер-береһен ярты һүҙҙән, ҡараштан аңларға өйрәнгән өлгөлө ғаилә улар. Улар шулай уҡ бергәләп тыуған ауылының ерһыу атамаларын өйрәнеүгә, легенда-риүәйәттәр туплауға, Бөйөк Ватан һуғышы ҡалдырған эҙҙәр буйынса архивтарҙан һәм төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр йыйыуға, мәктәптә музей асыуға тос өлөш индерҙеләр. “Әхмәр ауылының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир тоҡомдары”, “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, шул ваҡытта уҡытҡан уҡытыусылар” исемле эҙләнеү эштәре алып барып, мәҡәләләр сығара. Тыуған төйәгебеҙҙең тарихына битараф булмаған, ауылдың бөгөнгөһө менән йәшәп, киләсәге өсөн борсолоп ғүмер кисерә хеҙмәт ветерандарыбыҙ, нәҡ шундай кешеләре булыуы менән ауыл күркәм.

Гөлнара Байғужина,

Әхмәр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас