Ғаилә йылы
15 Март 2024, 12:31

Күгиҙелдәр әүҙемлек күрһәтә

1044-се һайлау участкаһында сәйәси кампания бик ойошҡанлы бара.13.31 сәғәткә электораттың 33 проценты тауыш биргәйне инде.

Күгиҙелдәр әүҙемлек күрһәтәКүгиҙелдәр әүҙемлек күрһәтә
Күгиҙелдәр әүҙемлек күрһәтә

Күгиҙел ауылы мәктәбендә урынлашҡан 1044-се һайлау участкаһында 284 һайлаусы иҫәпләнә.Ғәҙәттә, бындай сараларҙа күгиҙелдәр һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.Был юлы ла иртә менән халыҡ һайлау участкаһына ағылды.Иң беренсе килгән Фидан Ғәйнетдиновҡа комиссия рәйесе Азамат Нарынбаев бүләк тапшырҙы.Шулай уҡ һайлауҙа тәүгә тауыш биргән өс йәш йөрәккә иҫтәлекле бүләктәр бирелде.

Бөгөн балалар өсөн спорт ярыштары ойошторолдо.Иртәгә иһә агитбригада концерт менән сығыш яһаясаҡ.Ғөмүмән, һайлау участкаһында һайлаусылар өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған, комиссия ағзалары үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай.Әйткәндәй, һайлауға килә алмаған 15 кеше өсөн  өйҙә тауыш биреү ойоштороласаҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас