Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
15 Март 2024, 15:10

Билалда сәйәси кампания бик әүҙем үтә

1043-сө һайлау участкаһында иртәнән кискә тиклем төрлө саралар гөрләп үтте.Был тәңгәлдә билалдар күптәргә өлгө булып тора

Билалда сәйәси кампания бик әүҙем үтәБилалда сәйәси кампания бик әүҙем үтә
Билалда сәйәси кампания бик әүҙем үтә

Билал урта мәктәбендә урынлашҡан 1043-сө һайлау участкаһында (рәйесе Радмир Булатов) сәйәси кампания бик тә ойошҡанлы башланды.Иртә менән мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Арсен Әминев уҡыусылар өсөн Сәләмәтлек көнө үткәрҙе.Артабан "Йәйғор" бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Әхмәтова бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

Балаларҙың көсө менән бында йәрминкә лә үтте, халыҡ үҙҙәре теләгәнде һатып алды.

Ваҡытлы матбуғатты ла онотманы билалдар - һайлау участкаһында "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолдо.Барлығы 20 кеше район баҫмаһы менән дуҫлығын оҙайтты.

Билалдар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты - исемлектәге 596 һайлаусының 38 проценты тәүге көндә үк үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне.Иң беренсе килеүселәргә, тәүләп һайлауҙа ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.

Һайлау комиссияһы ағзаһы Райхана Булатова әйтеүенсә, бөгөн тауыш бирергә ғаиләләр менән күпләп килгәндәр; волонтерҙар ҙа әүҙем эшләгән.Сәйәси кампания артабан дауам итә.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас