+24 °С
Ямғыр
Иҙел Данил улы Әбүбәкиров етәкләгән 1000-се һайлау участкаһы ағзалары төрлө кимәлдәге һайлау кампанияларын тейешле кимәлдә әҙерләүгә һәм үткәреүгә күп көс һала.Бында һайлауҙар һәр саҡ юғары кимәлдә үтә.
Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы ла ойошҡанлы башланып китте.Участкаға иң беренсе килгән Фәрит Бикчәнтәев ғаиләһенә бүләк тапшырылды.Шул уҡ ваҡытта һайлауҙа тәүләп ҡатнашыусы 19 йәш йөрәккә лә матур бүләктәр әҙерләнгән.
Иртәнге сәғәт 9-ға һайлау участкаһындағы 827 кешенең 138-е үҙ тауышын биргәйне инде.
Бер үк ваҡытта лицей-интернат уҡыусыларынан төҙөлгән волонтерҙар штабы әүҙем эшләй.Волонтерҙар "Ҡала мөхите" программаһында һәм "Рәхмәт" акцияһында ҡатнашырға һәм тауыш бирергә ярҙам итә.