Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
14 Март 2024, 16:26

"Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге - иң яҡшыһы!

Кисә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында БР ауыл хужалығын консультациялау үҙәге үткән йылға йомғаҡ яһаны

"Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге - иң яҡшыһы!"Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге - иң яҡшыһы!
"Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәге - иң яҡшыһы!

Кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, урынбаҫары Ирек Сураҡов, БР ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев, район башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғлүмәт-консультация үҙәге директорҙары ҡатнашты.Беҙҙең райондан сараға хакимиәт башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов һәм "Баймаҡ" МКҮ-һе директоры Булат Юламанов барҙы.

Кәңәшмәлә "Баймаҡ" мәғлүмәт-консультация үҙәгенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге юғары баһаланды һәм уның етәксеһе Булат Иштуған улына ведомствоның Почет грамотаһы тапшырылды. Афарин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас