Бөгөн "Салауат Юлаев" өсөн дә, уның көйәрмәндәре өсөн дә хоккей миҙгеле тамамланды - команда плей-офтан төшөп ҡалды.Былтыр иң артта тиерлек һөйрәлгән "Адмирал"дан еңелһә, был юлы иһә уртаса уйнаған "Трактор"ҙан көсһөҙ булып сыҡты.
"Трагедия "Салавата Юлаева". Уфа опять с позором закончила плей-офф КХЛ".Тап шулай тип яҙып сыҡты бөгөн социаль селтәрҙәр.Һәм улар хаҡлы - команда икенсе йыл рәттән әҙәм мәсхәрәһенә ҡалды.Бында кем ғәйепле һуң?
Һуңғы осорҙа иң яҡшы тренер булып танылған Николай Цулыгинды алып, урынына бынан ике йыл элек Виктор Козловты ҡуйҙылар.Ә уныһы, шәп уйынсы булһа ла, үҙен шәп тренер итеп күрһәтә алманы.Быны "Металлург" миҫалында асыҡ әйтергә мөмкин.Һәм ике йыл буйы уға ышаныс күрһәткән булдылар.Өмөттө аҡламаҫы алдан билдәле ине, был хаҡта көйәрмәндәр күпме яҙып сыҡты, әммә берәү ҙә уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалманы.
Тренерҙар штабын тамырынан яңыртырға кәрәк - көйәрмәндәрҙең талабы бына шундай.Команда етәкселеге тураһында ла уйланырға ваҡыт.
Был тәңгәлдә көйәрмәндәр генә йәл, башҡа берәү ҙә түгел.Ил тарихында иң билдәле клубтарҙың береһе булып танылған "Салауат Юлаев"тың ошондай хәлгә тарыуы күптәрҙе борсоуға һала һәм проблеманы ыңғай хәл итеү талабын ҡуя.