Ғаилә йылы
8 Март 2024, 10:05

"Беҙҙең Таня килен"

Татьяна Хәсәнова - Йомаш ауылының уңған хужабикәһе. Алыҫ Краснодар өлкәһенең Новороссийск ҡалаһында тыуып үҫә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 йәшендә генә әсәһе вафат булып ҡала. Шул сәбәпле уны Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡартатаһы менән өләсәһе үҙҙәренә ала. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт кооператив техникумына уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса Йомаш ауылына бухгалтер булып эшкә килә һәм ғүмерлеккә бында төпләнә.

“Беҙҙҙең Таня килен”

Татьяна Хәсәнова - Йомаш ауылының уңған хужабикәһе. Алыҫ Краснодар өлкәһенең Новороссийск ҡалаһында тыуып үҫә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 йәшендә генә әсәһе вафат булып ҡала. Шул сәбәпле уны Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡартатаһы менән өләсәһе үҙҙәренә ала. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт кооператив техникумына уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса Йомаш ауылына бухгалтер булып эшкә килә һәм ғүмерлеккә бында төпләнә.

Татьяна һәм Хәлил Хәсәновтар утыҙ йыл матур ғүмер итә. Һоҡланғыс ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Елена Өфө фән һәм технологиялар университетының магистратураһын тамамланы. Бөгөн ул Өфөлә бер ҙур ғына компанияла IT белгесе булып эшләй. Икенсе улдары Данил Санкт-Петербург ҡалаһының тау университетын тамамлап, электроэнергетик һөнәрен үҙләштергән. Ул да IT компанияһында инженер булып эшләй. Уртансы ҡыҙҙары Камила Өфө фән һәм технологиялар университетының икенсе курс студенты. Бәләкәй ҡыҙҙары Элина урындағы мәктәптең 3-сө класында уҡый. Бәләкәстәре Денис әле балалар баҡсаһына йөрөй. Бөгөн балаларының өсәүһе үҙ тормоштарын ҡорған. Ата-әсәһенән матур тәрбиә алған балалары донъяларын да сынъяһау итеп тота. 2020 йылда Татьяна Владимировнаға “Әсәлек даны” миҙалы лайыҡлы тапшырылған, тип хаҡлы рәүештә әйтергә була.  

Татьяна - рус ҡыҙы. Йомаш ауылына килгәндә ул бер һүҙ ҙә башҡортса белмәгән була. Ләкин был ерҙәрҙе ҡабул итеп, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнә башлай. Балаларында ла башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләй. Бөгөн рус ҡыҙы Татьяна ике телде лә яҡшы белә.

Ғаилә башлығы Хәлил Әмир улы “Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының” “Юбилей” ятҡылығында һаҡсы булып эшләй. Буш ваҡыттарында ағастан һырлап төрлө әйберҙәр яһай. Ә Татьяна Викторовна егерме биш йыл инде “Заман” магазинында  һатыусы булып эшләй. Алсаҡлығы, һәр ваҡыт көләс йөҙлө булғаны һәм халыҡҡа яҡшы мөнәсәбәте өсөн ауылдаштары уны хөрмәт итә.

Татьяна Викторовнаның бер генә лә буш ваҡыты юҡ тиерлек. Бигерәк тә аш-һыуға  оҫта ул. Аяттарға, байрам табындарына йыш ҡына торт, төрлө эсле бәлештәр бешереп биреүҙәрен һорайҙар.  

Хәсәновтар ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт, йорт ҡуяндары көтә. Йыл да улар йөҙәр башлап бройлер, ҡаҙ һәм күркә алып тәрбиәләй. Әйткәндәй, былтыр хәстәрлекле, уңған әсәгә балалары ит быҡтырыу ҡоролмаһы бүләк итә. Күпләп мал, ҡош-ҡорт көткән ғаиләгә бик тә ярап ҡала. Иттәрҙе быҡтырып, банкаларға тултырып, һатыуға сығара.

Килен булып төшкән еренә ҡомдай-таштай батҡан, башҡорт рухын үҙенә һеңдергән рус ҡыҙы Татьяна Владимировнаны бына шундай уңған һәм алсаҡ, уңған һәм бөтмөр булғаны өсөн ауылдаштары яратып “беҙҙҙең Таня килен” тип йөрөтә.

Лилиә ТАКАЕВА.

"Беҙҙең Таня килен"
"Беҙҙең Таня килен"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас