Бәхетең үҙ ҡулыңда
Өс магазин хужабикәһе, страховкалау агенты, мөләйем йөҙлө, алсаҡ, иғтибарлы, сибәр, бай күңелле, йомарт, батыр йөрәкле, бәхетле әсә һәм ҡатын. Был һүҙҙәрҙең барыһы ла Күгиҙел ауылы һылыуы Юлиә Билалова тураһында.
Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән Юлиә Тәлғәт ҡыҙы 2007 йылда Күгиҙел ауылының Билаловтар ғаиләһенә килен булып төшә. Шул ваҡыттан алып ике йәш йөрәк үҙ бәхеттәрен ҡороп, гөрләтеп донъя көтә. Әлеге ваҡытта Юлиә тормош иптәше Фәнир Сәхей улы менән биш бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Нурсилә - Сибай медицина колледжының беренсе курс студенты. Ғаиләләге берҙән-бер малай Фәнзил, Баймаҡ лицей-интернатының 8-се класында, ә Айһылыу Билал мәктәбенең 3-сө класында белем ала. Ике бәләкәс ҡыҙҙары Айлина менән Ләйлә балалар баҡсаһына йөрөй.
Юлиә Тәлғәт ҡыҙы үҙенең тәүге эшмәкәрлеген фотоға төшөрөү хеҙмәте күрһәтеүҙән башлай. Һуңынан мәктәп ашханаһына ашнаҡсы булып күсә. Шул уҡ ваҡытта страховка агентлығына уҡып ала һәм бөгөн дә ошо йүнәлештә эшләй.
2018 йылда Билаловтар Күгиҙел ауылында үҙҙәренең тәүге магазинын аса. Был ваҡытта Фәнир Сәхей улы Магнитогорск ҡалаһында эшләгән була. Шул сәбәпле хужалыҡтарын ҡарау, ишле малын бағыу, береһенән-береһе бәләкәй балаларын тәрбиәләү бурысы күберәк Юлиә иңенә төшә.
Тырышып донъя көтөү үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Киләһе йылы Билаловтар Өмөтбай ауылында ла магазын асыуға өлгәшә. Былтыр иһә ошонда уҡ тағы ла бер сауҙа нөктәһен булдыралар. Ауыл халҡын көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр.
Ҡул араһына ингән өлкән балалары уларҙың төп ярҙамсыларына әйләнә. Бәләкәс туғандарын ҡарау Нурсилә ҡыҙҙары иңендә булһа, Фәнзил улдары иһә хужалыҡтарын, малдарын ҡарашыуҙа булышлыҡ итә. Бәләкәс ҡыҙҙары Ләйлә тыуғас, ғаилә башлығы кире ауылға ҡайта һәм крәҫтиән-фермер хужалығы асып ебәрә. Ҡуртымға ер алып, күпләп мал тота башлайҙар. Күптән түгел улар Билал ауылында ҙур итеп йорт һалып сыға.
Юлиә бөгөн төрлө һөнәр эйәһе. Тәү сиратта ул, әлбиттә, балалары өсөн өлгөлө әсәй, тормош иптәшенә тоғро ҡатын. Фотоға төшөрөү буйынса яратҡан шөғөлөн дә ташламаған. Байрамдарҙың уртаһында ҡайнап йәшәй һәм эшләй. Эшҡыуарлығын да дәртләнеп алып бара. Урында уҙған күп кенә сараларҙа бағыусы булараҡ ярҙам күрһәтәләр.
- Бөгөн уйларға түгел, ә эшләргә кәрәк, - тине Юлиә Билалова. -Бөгөн ҡыйыуҙар һәм етеҙҙәр заманы. Һин уйлағансы, башҡаларҙың уны эшләп ҡуйыуҙары ихтимал. Шуның өсөн дә донъя көткәндә тормош иптәшең менән бергә етәкләшеп алға барыу отошлораҡ. Шул сағында балаларың да бәхетле булып үҫәсәк.
Эйе, ҡыйыулыҡ үҙе этәргес көс бирә. Һәр кем яҙмышын үҙе төҙөй. Кемдер уңыштың йылмайғанын көтөп ятһа, беҙҙең Юлиә Билалова кеүектәр алдарына яңы маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтылып, үҙ ҡулдары менән бәхетле тормошон ҡора.
Лилиә Такаева.