Ғаилә йылы
26 Февраль 2024, 03:45

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Ир-егеттәр етеҙлеккә, зирәклеккә, сыҙамлыҡҡа һәм батырлыҡҡа тикшереү маҡсатында уҙғарылған бәйгеләрҙә көсөн һынаны...

Йәгеҙ әле, егеттәр!Йәгеҙ әле, егеттәр!
Йәгеҙ әле, егеттәр!

Районда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бик күп саралар үтте. Гүзәл заттар ир-егеттәрҙе йәлеп иткән төрлө саралар ойошторҙо. Уларҙың күпселегендә ғаиләләр менән ҡатнаштылыр.

Күгиҙел ауылында ла бик матур сара ойошторолдо.

- Ватанды һаҡлаусылар көнөндә армияла хеҙмәт иткән йәки һуғыш йылдарында илде һаҡлаған бөтә ир-егеттәрҙе һәм Ватанға хеҙмәт итергә барасаҡ егеттәрҙе байрам менән ҡотлау изге традицияға әйләнгән. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан, Күгиҙел ауылы ир-егеттәре "Йәгеҙ әле, егеттәр!" тигән ярыш-уйында ҡатнашты.

Ир-егеттәр етеҙлеккә, зирәклеккә, сыҙамлыҡҡа һәм батырлыҡҡа тикшереү маҡсатында уҙғарылған бәйгеләрҙә көсөн һынаны. Уйындар бик ҡыҙыҡлы, байрам күңелле булды, тип яҙалар ауылдан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас