Ғаилә йылы
26 Февраль 2024, 04:42

Быймаларҙа хоккей

#всейсемьей#всейсемьей02#всейсемьейбаймакскийрайон Иҫке Сибай ауылында ғаилә менән ял итеү маҡсатында ҙур спорт байрамы үтте.

Ватанды һаҡлаусылар көнө Иҫке Сибай ауылында ла матур йолаға әйләде. Ошо көндәрҙә ауылыбыҙ халҡы менән быймалы хоккей ярышы үтте. Быйыл ир-егеттәрҙең өс йыйылма командаһы үҙ-ара көс һынашты. Уйындар бик ҡыҙыу барҙы. Ике осрашыуҙарын да овертаймға еткергән "Спецназ" командаһы өсөнсө урынды алды. Икенсе урын  "Атайсалдарҙа". "Ҡарағайлы" командаһы еңеү яуланы. Афарин, егеттәр!
Ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, көйәрмәндәргә һәм эҫе сәй, тәм-томдар менән һыйлап торған ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт! Шуныһы ҡыуаныслы, сарала балалар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә берҙәй булып ҡатнашты. Ғаилә менән бергә ял итеүе күңелгә дәрт өҫтәне, көс бирҙе.

Сибай Утарбаев,

Иҫке Сибай ауылы.

Быймаларҙа хоккей
Быймаларҙа хоккей
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас