+24 °С
Ямғыр
Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Айрат Фирғәт улы күптәр башҡара алмаҫлыҡ изге эштәр атҡарып китте: ағасын да ултыртты, ул-ҡыҙҙар ҙа үҫтерҙе, йортон да һалды, Тыуған иле һәм халҡы өсөн фиҙа ҡылды.Бер ҡасан да эшен илке-һалҡы эшләмәне, һәр саҡ ихлас күңелдән атҡарҙы.
Айрат үҙен үткер ҡәләмле журналист, үҙенсәлекле шағир, спортсы, ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, һүҙ оҫтаһы һәм артист итеп танытты.Эйе, Айрат Фирғәт улы бөтөн яҡтан талантлы һәм тырыш, ныҡышмал ине.Үҙ заманының шәхесе ине ул.
Айрат Сирбаевты яҡташтары, туғандары, класташтары, коллегалары онотмай, уның яҡты рухы һәр саҡ күңелдәрҙә һаҡлана.Уның иҫтәлегенә арнап ижади конкурстар ойоштороу шағирҙың исемен мәңгеләштереүҙә бер аҙым булып тора.