Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
16 Февраль 2024, 18:20

Йәшлек менән ҡартлыҡ осрашҡанда

Киләсәктең ышаныслы нигеҙе булған ғаилә кеше тормошонда мөһим ролдәрҙең береһен уйнай. Ошо көндәрҙә халыҡ ижады үҙәгендә үткән Ғаилә йылын асыу тантанаһы бының асыҡ миҫалы булып торҙо. Сараға райондың өлгөлө ғаиләләре менән бер рәттән яңы тормош башлаған парҙар ҙа саҡырылды. Ололарҙың тәжрибәһенә, йәштәрҙең дәртенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Йәшлек миҙгеленә аяҡ баҫҡан Альбина һәм Данил Мырҙабаевтар, Гөлназ һәм Илһам Исламовтар, Шәүрә һәм Айҙар Азаматовтар шәм формаһында ғаилә усағын ҡабыҙып, парлы бейеү башҡарҙы. ә бына бергә үткән ғүмерҙәренең алтын миҙгелдәрен билдәләгән юбилярҙар үҙҙәренең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Ҡуянтау ауылынан Фәниә һәм Рәхмәтулла Исҡужиндар Сибайҙа ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгән саҡта танышып өйләнешә. Ғаилә башлығы Рәхмәтулла әхмәтзыя улы тырыш хеҙмәте менән ябай хеҙмәткәрҙән етәксе вазифаһына тиклем үрләй. Ә Фәниә Ғәйнислам ҡыҙы ғүмерен мәғариф өлкәһе менән бәйләй. Улар ике улға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙата. Әле 8 ейән-ейәнсәргә, ике бүләгә бәхетле ҡартатай менән ҡартәсәй. Ишбирҙе ауылынан Миңлегөл һәм Әнүәр Иҫәндәүләтовтар ҙа матур тормош юлы үтә. әнүәр Миңлеғәле улына – 24, ә Миңлегөл Сәхиулла ҡыҙына ни бары 18 йәш булған саҡта улар ғаилә ҡора. әнүәр ағай урмансы булып, Миңлегөл апай урындағы питомникта эшләй. Өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн 10 ейән-ейәнсәр, ике бүләсәр ҡыуанысында бәхетле ғүмер кисерәләр.

Беренсе Этҡол ауылынан Мәрйәм һәм Иршат йәғәфәровтар ғаиләһенә 1973 йылда нигеҙ һалына. Ғаилә башлығы 40 йылдан ашыу водитель булып эшләй. Ә Мәрйәм апай – медицина хеҙмәткәре. Ул башта Ҡаратал фельдшер-акушерлыҡ пунктында, унан Беренсе Этҡол ауыл дауаханаһында фельдшер була. йәғәфәровтарҙың дүрт балаһы ла үҙ аллы донъя көтә. Ата-әсәһенә 10 ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр.

Баймаҡтан Флүрә һәм Ирек Байегетовтар ошо көндәрҙә гәүһәр туйын билдәләне. Улар 60 йыл элек Өфө ҡалаһында, Ирек Халис улы – ауыл хужалығы институтында, ә Флүрә Шафиҡ ҡыҙы БДУ-ла уҡып йөрөгән саҡта таныша. Тыуған яҡтарына улар йәш ғаилә булып ҡайтып төшә.

Ғаилә башлығы ленин исемендәге колхоздың юғары белемле тәүге инженеры булып эш башлаһа, Флүрә иһә Таулыҡай мәктәбендә балалар уҡытыуға тотона. Өлгөлө ғаилә алты бала тәрбиәләп үҫтерә. әлеге көндә улар 16 ейән-ейәнсәргә һәм 5 бүлә-бүләсәргә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Тантаналы сарала юбиляр парҙарҙы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән ЗАГС бүлеге начальнигы Ләйлә Сөләймәнова тәбрикләне.

Ғаилә йылын асыу тантанаһында өлгөлө, ишле, әүҙем, йыр-моңға әүәҫ, китап уҡырға яратҡан, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр ҙә ҡатнашты. Елена һәм Иштуған Мөхәмәтйәновтар – ете, әлфиә һәм Илбәк Байбаҡтиндар – биш, Нәйлә Сырлыбаева иһә яңғыҙы өс бала тәрбиәләй.

Баймаҡ ҡалаһынан Юлиә һәм Ринат Абдрахмановтар ғаиләһе ер-һыу күрергә ярата. Башҡортостан, Татарстан, Ҡырым, Абхазия һәм башҡа ерҙәрҙә булып өлгөргәндәр.

Өмөтбай ауылынан йыр-моңға әүәҫ, күп бала тәрбиәләгән Әлфиә һәм Зөлфәр Сәғәҙәтовтар ауылдың күрке булып йәшәй. Зөлфәр Таһир улы һыҙҙырып баянда уйнаһа, Әлфиә Рәжәп ҡыҙы йөрәктәргә үтерлек итеп йырлай.

Ҡуянтауҙан Венера һәм Рафиҡ Ғайсиндар буш ваҡыттарында китап уҡырға ярата. Улар менән бергә йәшәгән 98 йәшлек әсәләре Миңнур Заһит ҡыҙы ла, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, китаптан айырылмай. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлзиә һәм Азамат Ильясовтар эшҡыуар ғаилә булараҡ билдәле. Улар “Игентау” кооперативын ойоштороп, уңышлы эшләй. Бикештән Сәриә һәм Ринат Ишмырҙиндар спортты үҙ иткән. Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

2024 йылда мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, эшкә һәләтле йәштәге инвалидтарға ярҙам итеүгә, уларҙың мәшғүллеген, һөнәри белем алыуын ойоштороуға, уңайлы мөхит, социаль инфраструктура, реабилитация һәм социалләштереү системаларын булдырыуға айырыуса иғтибар биреләсәк. Ысынлап та, һәр кеше төрлө мәлдәрҙә тирәяғындағыларҙың ярҙамына мохтаж, ә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында һүҙ барғанда, уларға иғтибар һәм хәстәрлек айырыуса кәрәк. Йылды асыу тантанаһына Баймаҡ инвалидтар йәмғиәтенең эшендә әүҙем ҡатнашҡан мөмкинлеге сикләнгән ғаиләләр саҡырылды. Улар иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскәләр алып һөйөндө. Баймаҡтан Альбина һәм Рәил Йосоповтар, Ҡуянтауҙан Айгөл һәм Нурислам Үтәмешевтар, Баймаҡтан Резеда һәм Ғәзинур Ғәйетбаевтар, Нурия һәм Илнур Атанғоловтар, Рәфилә һәм Илнур Сирбаевтар, Ринара, Эдуард һәм Даян Иҫәнғоловтар, Темәстән Вәсилә һәм Айбулат йосоповтар тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмаған. Был сара йәшлек менән ҡартлыҡ осрашҡан матур бер күренеш булып күптәрҙең хәтерендә һаҡланыр.

Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас