Ринат “Аҡморон” совхозында механизатор булып эшләй, ә йәш килен дауаханаға ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Дауа алып ятҡан сирлеләр Нәзиләнең бешергән аштарын яратып ашай. Уны рәхмәт һүҙҙәренән өҙмәйҙәр. Ҡорған ғаилә усағына йәм өҫтәп, бер улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә Ринат менән Нәзилә. Балалары ла ата-әсәһенең исеменә тап төшөрмәй, мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлшат Сыңғыҙ егете Артур менән сәстәрен-сәскә бәйләп, иҫке Сибай ауылында ғүмер итә. Наҙгөл менән Асия исемле ҡыҙҙарға ғүмер бирәләр. Гөлшат уҡытыусы һөнәрен һайлап, Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейында балаларға белем бирә.
Улдары Илфат Юлыҡ ауылы һылыуы Раушанияны кәләшлеккә алып, Баймаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Азалина һәм Ансар исемле мөхәббәт емештәрен тәрбиәләйҙәр. илфат аграр университетта агроном һөнәренә эйә була. Ул һайлаған һөнәренә тоғро булып иген үҫтерә. 2022 йылдың сентябрендә Ринат ағай менән Нәзилә апайҙың йорттарында ауылды гөрләтеп тағы бер туй үтте. Кесе ҡыҙҙары илүзә Аҡморон ауылы егете азаматтың ғаиләһенә килен булып төштө. йәш ғаилә Баймаҡ ҡалаһын үҙ итеп, шунда донъя ҡора башлай. илүзә мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң, БДУ-ның дипломын ала.
Хәҙерге көндә Баймаҡ ҡалаһының “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһында белгес булып эшләй. Үҙ эшен яратҡан илүзә район мәктәптәренең уҡыусылары менән төрлө тәрбиәүи саралар үткәреү менән мәшғүл.
Салиховтар ғаиләһендә байрам, тыуған көндәрҙә, өмә ваҡытында йә булмаһа ял көндәрендә ата-әсә йортонда ғаиләләр менән йыйылып осрашыу үҙе бер матур йолаға әйләнгән. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, килене, кейәүҙәре “атайәсәйем, ҡартатай-ҡартәсәйем, өләсәйем, ҡәйнәмҡайным” тип талпынышып, һағынышып, ашҡынып килеп етәләр. Ҙур бер ҡунаҡ һымаҡ үтеп китә ул көн. “Һөйләшеп – хәбәр бөтмәй, күрешеп – туйып булмай”, – ти балалары. Йәйге каникул етеү менән ҡартатай менән өләсәй янына ҡаланан ейәндәре килеп төшә. Нәзилә апай менән Ринат ағай һағынып көтөп ала уларҙы. Балалар менән көлөшә-гөрләшә оҙон йәй көндәренең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. көҙ яҡынлаша башлаһа, балаларҙың ауылдан ҡайтҡылары ла килмәй.
Нәзилә апайҙы ауылда уңған баҡсасы итеп беләләр. йәй көндәрендә баҡсаһына барып инһәң, ундағы сәскәләрҙең матурлығына ҡарап хайран ҡалаһың. Хатта аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ. Ә өйҙөң эсенә инһәң, гөлдәренә һоҡланып туйғыһыҙ. Нәзилә апайҙың ҡулдары тейгән гөл-сәскәләр тағы ла матурыраҡ булып үҫеп китә. Уның бит күңеле лә гөлләмәләр һымаҡ матур һәм сағыу. Ул кешеләргә гел изгелекле, яғымлы. Ысын башҡорт ҡатындарына хас булған сабырлыҡ та, тыйнаҡлыҡ та бар унда. Уның бешергән аш-һыуҙары ла телеңде йоторлоҡ. Ә инде оҙон ҡыш көндәрендә Нәзилә апайҙың ҡулынан бәйләм энәләре төшмәй. Һәр яҡтан да уңған хужабикә лә, ҡатын да, әсәй ҙә, өләсәй ҙә ул.
Уның һымаҡ кешеләр был донъла күберәк булһын ине, тип ҡуяһың. Нәзилә апай эштә лә үҙен тик яҡшы яҡтан танытҡан. Коллегалары уны ихтирам итә. Аҡморон амбулаторияһына ул үҙе бер йәм оҫтәп тора. Уның ҡулдары бүлмәләрҙе тәртиптә һәм таҙалыҡта тота.
Ринат ағайҙың да ҡулдары эштән бушамай. Ҡыш көндәре мал-ҡураны тәртиптә тота. Ә көндәр йылыныу менән баҫыуға эшкә сыға. Ғүмере иген үҫтереү менән бәйләнгән уның. ваҡытында алдынғы комбайнер, механизатор булып дан тотҡан кеше бит ул Ринат ағай.
Беҙҙең районыбыҙҙың ғорурлығы булған Салиховтар ғаиләһенә артабан
да балалары, ейәндәре, яҡындары өсөн өлгөлө пар, ныҡлы ғаилә булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Гүзәл Иҫәнгильдина.