Ғаилә йылы
12 Февраль 2024, 06:35

"Әсәлек" даны миҙалын аласаҡтар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында Баймаҡ районынан 6 әсә бар...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указда билдәләнеүенсә, почетлы наградаға 24 муниципалитеттан биш һәм унан күберәк бала үҫтергән 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Улар араһында Баймаҡтан Дилбәр Аблаева, Гөлназ Әбсәләмова, Эльвира Әбсәләмова, Рәғидә Минғәлиева, Резеда Нурмөхәмәтова, Рәйфә Яҡупова бар. Шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Шишмә райондарынан һәм Өфөнән әсәләр бар. 

 2023 йылдың ноябрендә Рәсәй президенты Владимир Путиндың 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйыуын хәбәр иткәйне. 1 февралдә Башҡортостанда Ғаилә йылына рәсми старт бирелде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас