Билал мәҙәниәт йортонда тап ошондай исем аҫтында Ғаилә йылын һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын асыу тантанаһы үтте. Уны мәҙәниәт йорто мөдире Сәғилә Ғайсина һәм китапханасы Райхана Булатова үткәрҙе.
Матур байрамға Билал, Һәмән ауылындағы ғаилә тотҡаһы, илебеҙ терәге булған атайҙар һәм ғүмер бүләк итеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы әсәйҙәр йыйылды.
Гөлшат апай Нурғәлина, Нурйән ағай Исхаҡов, Нурзиә Иҫәнъюловаларҙың йырлауын, "Йәйғор" бейеү ансамбле ҡыҙҙарының бейеүҙәрен (етәксеһе Дилара Әхмәтова) тамашасылар алҡыштарға күмде. Ауылдаштарҙы ауыл хакимиәте башлығы Данис Рәфҡәт улы, ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы ҡотланы. Әлфиә Һибәтуллина, Фәһимә апай Һибәтуллина, Зәһинә апай Ғайсина, Таңһылыу апай Ғәйҙуллина, Сәрүәр апай Мөхәмәдйәнова, Гөлнира апай Аҫылбаеваларҙың ҡул эштәре байрамға йәм бирҙе. Тамашаға килгән ауылдаштарҙы Нәсимә апай Боҫҡонова йылы сәй һәм пирожкилар менән һыйланы.
Ғаилә... Был төшөнсә икәүҙең бер бөтөн булыуын аңлата. Татыу, дуҫ ғаиләләрҙә ихтирам, иғтибар, бер-берең өсөн өҙөлөп тороу, яуаплылыҡ тойғолары көслө. Матур ғаилә – һәр кем өсөн бәхет билдәһе, кеше тормошоноң таянысы булһын!