Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
25 Ғинуар 2024, 11:56

Үлмәҫ өсөн 5 грамм икмәк тә етеп ҡала

Ергә ташланған ап-аҡ икмәк, ҡый йәшниге янында ятҡан печенье, булочкиҙар, уларҙы хатта эт-бесәйҙең дә теләр-теләмәҫ ашауы йөрәкте шомландырып ҡуя. Әпәкәйҙең валсығын да иҙәнгә төшөрөү оло гонаһ, тип тәрбиәләй ине беҙҙе өләсәй. Шуға күрә был туҡлыҡтан шашыу өсөн ҡаты яза килмәһен тигән уй борсой. Ә тағы ла Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бер ҡабым икмәккә зар-интизар булып, аслыҡтан урамда йығылып үлгән блокадалағы Ленинград халҡы хәтергә килә...

Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанлы, иң ҡурҡыныс һәм тиңһеҙ батырлыҡ биттәренең береһе ул. 872 көн дауамында ҡамауҙа торған ҡала ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүен дауам итә, еңеү һәм йәшәү өсөн көрәшә. 1941 йылдың 8 сентябрендә Ленинград ҡалаһы тирәләй блокада ҡулсаһы тоташа. Ҡыҙыл Армия сигенә. Ҡала эргәһе райондарында йәшәүселәр менән бергә 3 миллионлаған ябай халыҡ ҡамауҙа ҡала.

Ҡала өсөн бындай ҡамау көтөлмәгәнсә килеп сыға, шуға ла етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ тупланмаған була.

Блокадалағы тәүге ҡыштың башы иң ауыры була. 20 ноябрҙә Ленинградта йәшәүселәр эшсе карточкаһы буйынса – 250 грамм, хеҙмәтсән һәм бала карточкаһы буйынса 125 грамм икмәк ала башлай. Эшсе карточкаһы халыҡтың өстән бер өлөшөнә генә бирелә.

Ҡала аслыҡтан яфалана. Норманы 25 декабрҙә генә арттыралар: эшселәргә – 100-әр, хеҙмәтсәндәргә һәм балаларға 75-әр грамм икмәк өҫтәлә. Кеше ғүмере ҡайһы саҡ 5 грамм ғына икмәккә бәйле була… Онға гидроцеллюлоза йәғни эшкәртелгән үҙағас ҡушалар. Ленинград менән берҙәнбер бәйләнеш юлы булып Ладога күле аша һалынған маршрут тороп ҡала. Уны дошман артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре бер туҡтауһыҙ һөжүм аҫтында тота. Шуға күрә был “Ғүмер юлы” аша индерелгән ярҙам ҡала халҡы ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп өлгөрмәй. Һөҙөмтәлә унда аслыҡ башлана, һыуыҡ ҡыш, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар арҡаһында йөҙҙәрсә мең кешенең ғүмере өҙөлә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Ғүмер юлы” эшләгән осорҙа

– 1943 йылдың мартына тиклем – ҡалаға 1615 мең тонна йөк ташыла, 1,3 миллион кеше, шул иҫәптән яраланған яугирҙәр эвакуациялана. Нефть продукттарын транспортировкалау өсөн Ладога күле төбөнән торба үткәрелә. Ҡаланы азат итеү еңелдән булмай. 1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә, әммә дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. Ошо йылдың ғинуар-февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220–280 километрға сигенә. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында блокадалағы Ленинградты һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указына ярашлы, Ленинградҡа “Герой ҡала” исеме бирелә. Хәҙер 27 ғинуар Рәсәйҙең хәрби дан көнө – Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө булып билдәләнә. Ленинград блокадаһын кисергән Факиһа Ҡорманаеваның хәтирәләренән: “Беҙҙең өйҙөң аҫҡы ҡатындағы бер фатирҙа барыһы ла үлеп бөткәс, тәҙрәләрен асып ҡуйып мәйеттәрҙе шунда йыя инек. Аҙнаһына бер машина килә лә тәҙрә аша тейәп алып китә. Атайым 1942 йылдың ғинуарында үлгәс, уны ла индереп һалдыҡ. Аслыҡтан хәлһеҙләнеп эшләй алмағас, атайымды заводтан машина менән өйгә килтереп ҡуйғандар. Әсәйем карточка менән алып ҡайтҡан 250 грамм икмәкте биргән. Бер генә ҡапҡан да күтәреп бәргән икмәген. Барыбер үләм, тине микән. Аҙаҡ һеңлем алып ашап ҡуйған. Ул икмәге ниндәй әле ул, бысҡы онтағы ла ҡушалар, тип әйтәләр ине. Ҡулда ҡыҫһаң, кире йәйелмәй торғайны. Ут яндырырға ҡушмайҙар. Үҙе аслыҡ, үҙе һыуыҡ, үҙе ҡараңғы. Ут янғаны күренһә, өҫтән немец бомба ташлай, тиҙәр. Барыбер яндыра инек инде. Тәҙрәне ныҡ итеп ҡорабыҙ ҙа яндырабыҙ. Һыуыҡтан йылыныр өсөн кешеләр мебель дә яҡты, китап та яндырҙы. Яҡын тирәләге киоскылар ҙа ҡалманы. Немецтар бомба ташлай башлаһа, бомбоубежищеға төшөргә ҡушалар. Башта төшә инек, аҙаҡ, асыҡҡас, хәл бөттө, төшмәй башланыҡ. Барыбер үләбеҙ, үлһәк, ошонда үлербеҙ, тибеҙ. Ҡалала эт, бесәй, сысҡан ҡалманы. Ленинград янында беҙ эшләгән ерҙә бер хутор бар ине. Шундағы йорттарҙың береһендә эт өрә. Беҙ йоҡларға ятҡанда һөйләшәбеҙ: “Ниңә ашамайҙар икән эттәрен?” – тибеҙ.

“Әйҙә, балта тотоп барайыҡ та, ҡоймаһын емереп кереп, этте үлтереп ашайыҡ”, – тип хыялланабыҙ. Эшләмәйбеҙ бит инде, һөйләп булһа ла күңелебеҙҙе бушатабыҙ...” (“Һуғыш балалары – тарих яралары” китабынан).

Эйе, Ленинград халҡы аслыҡтан да, фашист бомбаларынан да, ҡаты һыуыҡтарҙан да ҡырылған, әммә дошманға һис баш эймәгән!

Батыр кешеләрҙе мәңге хәтерҙә тотайыҡ, туҡ көндәребеҙ, өҫтәл тулы икмәкле тормошобоҙҙоң ҡәҙерен беләйек!

Гүзәл Салихова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас