Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
24 Января 2024, 11:29

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Матур ғаилә – ил күрке, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре халҡыбыҙҙың төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Беҙҙең районда ла ошо хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, бынамын итеп донъя көткән, матур балалар тәрбиәләгән, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанған ғаиләләр күп. Баймаҡтан Асия һәм Рәшит Яхиндар ҙа тап шундай уңған ғаиләләрҙән һанала. Асия Хәйретдин ҡыҙы үҙенең тормошон мәғариф өлкәһе менән бәйләһә, Рәшит Абрар улы иһә ғүмерен изге һөнәргә – халыҡты дауалауға арнаған. Һәм икеһе лә маҡтаулы хеҙмәт юлы үтеп, халыҡтың хөрмәтен һәм ихтирамын ҡаҙанған шәхестәр

Баймаҡ ҡалаһында тыуған Рәшит Яхиндың тамырҙары бай тарихлы Абдрахман ауылына барып тоташа. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Абрар Ғәлеарслан улы, яуҙан яраланып ҡайтһа ла, тыныс тормошта ал-ял белмәй эшләй, ҡаланың төрлө ойошмаларында намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны, Сыңғыҙ ауылы һылыуы Маһинур Басир ҡыҙы иһә ҡаланың Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан урман сәнәғәте хужалығындағы питомникта яҙҙан көҙгә тиклем төрлө ағас үҫентеләре үҫтереүҙә эшләй.

Әйткәндәй, ғаиләлә тәрбиәләнгән алты бала ла ошо питомникта әсәйҙәренә миҙгелле эштәрҙә ярҙамлаша. Хәйер, Яхиндар ғына түгел, ул саҡта Кәкреауылда йәшәгәндәрҙең барыһы ла ошо питомниктан ҡайтып инмәй. Бына шулай, бала саҡтан ныҡлы хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә Рәшит.

1966 йылда ҡаланың 1-се мәктәбенә уҡырға барған мәлде, беренсе уҡытыусыһы Рауза Әбүзәр ҡыҙы Сәйетҡолованы бөгөн дә яҡты тойғолар һәм хәтирәләр менән иҫкә ала ул. Уҡыу йортон тамамлағас, автомәктәптә шофер һөнәрен үҙләштерә, урындағы мебель фабрикаһында эшләп өлгөрә.

Хәрби хеҙмәтте Яңы ер утрауында Төньяҡ флотта үтә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын “Йылайыр” совхозында келәт мөдире ярҙамсыһы булып дауам итә. Бер йыл эшләгәндән һуң, Рәшит Яхин күптәнге хыялы буйынса Башҡортостан медицина институтының “Дауалау” факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортоноң бишенсе курсында белем алған ваҡытта Әлшәй районының Алдар ауылы һылыуы Асия Зарипова менән сәстәренсәскә бәйләй. Бер йылдан улдары Заһир тыуа.

1986 йылда институтты тамамлағас, Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһына хирургия буйынса интернатура үтергә ҡала. Бер йылдан Баймаҡ район дауаханаһына врач-хирург булып эшкә ҡайта. Һәм шул ваҡыттан алып ун дүрт йыл буйы үҙ иңенә йөкмәтелгән эште намыҫлы башҡара.

2001 йылда Рәшит Абрар улының хеҙмәт юлында яңы этап башлана – ул саҡтағы “Баймаҡ” ял йорто директоры Шакир Бураншин уны эшкә саҡыра. Ял йорто директорының дауалау эше буйынса урынбаҫары вазифаһында Рәшит Яхин учреждениены үҫтереү, уның матди-техник базаһын нығытыу, шифахана астырыу буйынса күп көс һала. Әлбиттә, бындай ғәйәт ҙур эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн күпме көс, тырышлыҡ талап ителгәнен ул саҡтағы директор һәм уның дауалау эше буйынса урынбаҫары үҙҙәре генә белә.

2002 йылда Рәшит Абрар улы “Тергеҙеү медицинаһы һәм курортология. Физиотерапия” белгеслеге буйынса белемен камиллаштыра һәм был уға халыҡты дауалауҙа яңы алымдарға таянып эшләргә мөмкинлек бирә. Талҡаҫ күленең шифалы батҡағы менән ял итеүселәрҙе дауалау маҡсатында уға лицензия алыу өсөн 2004 йылда Р.Яхин Свердловск ҡалаһындағы ғилмитикшеренеү институтына юллана. Үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән, һәр саҡ үҙ алдына маҡсат ҡуйған һәм шуға өлгәшкән, тыуған төйәгендә исеме киң билдәле шифахана асыу уйы менән янған Рәшит Абрар улы бында ла абруйлы ғилми учреждение етәкселеге менән уртаҡ тел таба. Ғәмәлдә, шифалы батҡаҡ ике йыл буйы тикшерелә һәм шунан һуң ғына уға анализ яһала.

Уртаҡ фекергә килеп, был анализды дүрт ай эсендә генә эшләп бирәләр. Һәм Талҡаҫ күленән алынған шифалы батҡаҡ Башҡортостанда иң яҡшыһы булып сыға!

“Свердловск ҡалаһындағы ғилмитикшеренеү институтының беҙҙең күлдең батҡағының шифалы үҙенсәлектәргә бай булыуы һәм уны дауалау маҡсатында киң файҙаланырға мөмкин икәнлеге тураһында ҡарар сығарыуы “Баймаҡ” ял йорто базаһында шифахана асыуҙа этәргес көс булды, – тип хәтерләй Рәшит Абрар улы. – Шулай итеп, 2005 йылдың 25 авгусында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән ял йорто “Талҡаҫ” шифаханаһы итеп үҙгәртелде. Һәм шул мәлдән яңы йүнәлештә ең һыҙғанып эш башланыҡ. Әйтергә кәрәк, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре беҙҙә йыш булды. Бер килгәнендә Президентҡа яңы шифахана төҙөүҙең 7 макетын тәҡдим иттек. Бер айҙан төҙөлөш башланып та китте. Ул йылдарҙа 300 урынға иҫәпләнгән ашхана, 48 кешелек кафе, 45 урынлыҡ йәйге кафе, ағастан 12 коттедж, республикала иң беренселәрҙән булып бөтөн талаптарға яуап биргән дауалау-диагностика корпусы, ҡаҙанлыҡ төҙөлдө. Объекттарға газ үткәрелде.

Шул уҡ ваҡытта Талҡаҫ күле буйында пляж комплексы, шифахана хеҙмәткәрҙәре өсөн йорттар һалыу күҙ уңында тотолдо. План буйынса Иҫән ауылын үҫтереү ҙә ҡаралғайны. Унда мәктәпте киңәйтеү, балалар баҡсаһы төҙөү, юлдарға асфальт түшәү ҙә бар ине. Әммә төрлө йүнәлештәге үҙгәрештәр арҡаһында был уй-ниәттәр бойомға ашманы...” 2007 йылдан Рәшит Абрар улы хеҙмәт юлын Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында врач-физиотерапевт, физиотерапия бүлеге мөдире булып дауам итә. Бүлекте етәкләгән йылдарҙа ул киңәйеү кисерә, яңы ҡоролмалар алына, пациенттарҙы дауалау өсөн бөтөн шарттар тыуҙырыла. Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Р.А. Яхин үҙәк район дауаханаһының, ҡала Советының, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнә, уға “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Рәшит Абрар улы үҙ эшенең ысын оҫтаһы ғына түгел, ә өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош юлдашы Асия Хәйретдин ҡыҙы менән (ул бар ғүмерен мәғариф системаһын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте өсөн район һәм республика наградаларына лайыҡ була) матур ғаилә ҡороп, үҙҙәре кеүек уңған, аҡыллы, алдынғы ҡарашлы улдар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Заһир, Мәскәү сауҙа-иҡтисад университетын тамамлап, себер тарафтарында вахта ысулы менән менеджер булып эшләй, кәләше Гүзәл менән ул үҫтерә.

Басир иһә БДУ-ның юридик факультетында белем алып, әле Сибайҙа күсемһеҙ милек буйынса эксперт булып эшләй. Кәләше Лилиә менән ике бала тәрбиәләй. Әйткәндәй, килендәренең икеһе лә медицина юлын һайлаған. Кесе улдары Инсаф Өфө нефть университетын тамамлаған, әле себер тарафтарында инженер-проектлаусы.

Ошо көндәрҙә үҙ еренең һәм халҡының ысын патриоты, райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә тос өлөш индергән тәжрибәле, ҙур абруй ҡаҙанған врач Р.А. Яхин 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Рәшит Абрар улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ.

Ил эшендә танылған аҫыл ир-егеттең халҡына өләшер изге эштәре алда әле. Шулай булыр ҙа!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас