Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
23 Ноябрь 2023, 12:27

“Яңы йыл – изге теләктәр мәле”

Тиҙҙән 2024 йылға аяҡ баҫабыҙ. Был мәлдә һәр кем үҙенең йыллыҡ эштә- рен барлай, киләсәккә маҡсаттар ҡуя. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән әңгәмә барышында йыллыҡ эштәр, киләсәккә йүнәлтелгән уй-хыялдар хаҡында һөйләштек.

“Яңы йыл – изге теләктәр мәле”“Яңы йыл – изге теләктәр мәле”
“Яңы йыл – изге теләктәр мәле”

– Фәнис Ғәбдрәшит улы, 2023 йыл тамамлана. Ниндәй булды ул һеҙҙең өсөн?

– 2023 йыл төрлө хәл- ваҡиғаларға бай булды. Һө- йөндөргәне лә, көйөндөргәне лә, уйландырғаны ла бихи- сап. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы мәлде кисерәбеҙ. Был Украи- нала барған махсус хәрби операцияға бәйле. Һәм ра- йондың, шәхсән үҙемдең эш- мәкәрлегем дә иң тәүҙә яу- гирҙәребеҙгә ярҙам итеп, еңеү таңын тиҙерәк аттырыуға бағышланды, тиергә була.

– Махсус хәрби опера- ция башланғандан алып һеҙ ир-егеттәребеҙ янына бер нисә мәртәбә барып ҡайттығыҙ. Ниндәй уй-той- ғолар биләй шундай мәл- дә? – Яңы йыл алдынан яугир- ҙәребеҙ янына тағы ҡуҙға- лырға йөрөйөм. Минең ул яҡтарға дүртенсе мәртәбә сығыуым буласаҡ. Әлбиттә, тыныс тормоштан емерек- лектәр араһына барып инеү ауыр тойғолар уята. НАТО менән берләшеп, ябай ха- лыҡты ҡырған фашизм ҡал- дығына көслө нәфрәт кисе- рәһең. Яугирҙәребеҙ менән көн һайын һөйләшкәс, уларға ниҙәр кәрәклеген яҡшы бе- ләбеҙ. Һәм, әлбиттә, уларҙың һорағандарын алып барып еткерергә тырышабыҙ.

– Беҙҙең Баймаҡ ир- егеттәренең батыр һуғы- шыуы тураһында дан та- ралған... – Эйе. Ул яҡтарға барған һайын ир-егеттәребеҙ өсөн командирҙарынан ҙур рәх- мәт һүҙҙәрен ишетеп ҡайтам. Беҙҙекеләр – батыр, сая, рухлы. Әле юлға сығырға йыйынғанды ишеткәс, шун- дағы бер нисә яугир: “Фәнис ағай, ә һеҙ беҙгә Баймаҡ тип яҙылған шеврондар, Баймаҡ районының һәм Башҡортос- тандың байраҡтарын алып килә алаһығыҙмы?” – тип һо- раны. Әлбиттә, алып барам. Ә бына яугирҙәрҙең шундай символик әйберҙәрҙе һорауы уларҙың юғары рухын һәм илһөйәрлеген күрһәтә бит. – Баймаҡ районы яу- гирҙәрен бер мәлгә лә иғ- тибарһыҙ ҡалдырмай... – Был ысынлап та шулай. Был хаҡта ылауҙар менән барғанда үҙебеҙҙең егеттәр ҙә, уларҙың командирҙары ла маҡтап телгә ала, рәхмәт белдерә. Ә мин шундай бер- ҙәм булған районыбыҙ хал- ҡына изге теләктәремде ет- кергем килә. Маскировка сет- калары, аҙыҡ-түлек, бирсәт- кә, ойоҡ, шарф, башлыҡтар, шифалы сәйҙәр, дарыу үлән- дәре... Һанап бөтөрлөк түгел. Махсус рәүештә яугирҙәре- беҙҙең именлеге өсөн ҡор- бан салып, тушенкалар, ҡа- ҙы, тултырмалар әҙерләү, ҡош-ҡорт итен уңғанбикәлә- ребеҙҙең үҙҙәренең рецебы буйынса ғына бешереп, фоль- галарға төрөүе, талҡан, ҡо- роттоң әллә нисә төрө – быларҙы һәр ауылда баш- ҡаралар. Мәктәптәрҙә, кол- ледждарҙа майшәм, ҡоро душ тултырыу, хаттар яҙыу. Әйт- кәндәй, яугирҙәребеҙ Бай- маҡ районы балаларының хаттары күңелдәргә үтеп инерлек итеп яҙылыуы ха- ҡында йыш телгә ала. Хатта улар ялға ҡайтҡан арала был уҡыусылар менән осрашып, рәхмәтен дә белдереп китә. Бар ойошма-предприятиелар, эшҡыуарҙар, фермерҙар, йә- мәғәт ойошмалары – барыһы ла ярҙам итергә әҙер. Егет- тәргә ниҙер кәрәклеген ише- теү менән күмәкләшеп уны хәл итеүгә тотонабыҙ һәм атҡарып сығабыҙ. Беҙ – шу- лай, беҙ – берҙәм. Шулай булырға тейеш тә, сөнки дош- манды еңеү – беҙҙең уртаҡ маҡсатыбыҙ, уға ҡаршы һәр беребеҙ үҙебеҙсә көрәшә- беҙ. Яугирҙәребеҙ – яу яла- нында, ә беҙ – тыу- ған еребеҙҙә төрлө ярҙам аша. – Яугирҙәрҙ- ең яҡындары ла иғтибарһыҙ ҡал- май. – Эйе, уларға икеләтә ауыр икән- леген яҡшы аңлай- быҙ. Шуға күрә район хакимиәте уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша, был йүнә- лештә генерал Шайморатов исемендәге ирекмәндәр шта- бы ла шәп эшләй. Ҡалалағы колледж студенттары, мәктәп уҡыусылары йорт-ихатала бу- лышлыҡ итә. Әле бына яугир- ҙәребеҙҙең балалары өсөн Шыршы байрамы үткәрергә йыйынабыҙ. Был йәһәттән мә- ҙәниәт бүлеге бик матур та- маша әҙерләй. – Йылдың ниндәй ва- ҡиғаһы хәтерегеҙҙә ныҡ уйылып ҡалды? – Районыбыҙҙа төрлө ки- мәлдәге ҙур саралар йыш үтә, ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа һөйөндөрөп тора. Шулай ҙа “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале күңелемдә айырым бер урынын алды. Тарихи мәл – башҡорт атына патент алыу булды. Ул күп һанлы тик- шереүҙәр һәм тикшеренеүҙәр ярҙамында “башҡорт аты” брендының үҙенсәлеген раҫ- ланы. Ысынлап та, беҙҙең тыуған еребеҙҙә таралған башҡорт аты илебеҙҙәге башҡа аттарҙан ныҡ айыры- лып тора. Фестиваль бары- шында бренд ярҙамында аҡ- са эшләү, уны рекламалау, туристарҙы йәлеп итеү мөм- кинлеген биреүе һыҙыҡ өҫ- төнә алынды. Сараға рес- публика, ил генә түгел, ә сит илдәрҙән дә ҡунаҡтарҙың килеүе “Башҡорт аты”ның юғары кимәлгә күтәрелеүен иҫбатланы. Ә бит беҙҙең башҡорт аттары ла хәҙерге ваҡытта махсус хәрби опера- цияла яугирҙәребеҙ менән бергә яу юлдарын үтә. Был да оло ғорурлыҡ тойғоларын уята. – Һуңғы йылдарҙа район-ҡалабыҙҙа социаль объекттар төҙөү, рекон- струкциялауға ҙур иғтибар бирелә. – Эйе. Был йәһәттән беҙ- ҙең районда ҙур эштәр баш- ҡарыла һәм бының өсөн Баш- ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Республика Хөкү- мәтенә, үҙемдең командама ҙур рәхмәт әйткем килә. Мәктәптәрҙе модернизация- лау федераль программаһы буйынса быйыл ҡаланың 1-се мәктәбе, 4-се лицейы, Ниғә- мәт, Беренсе Төркмән мәк- тәптәре яңырыу кисерҙе. Балаларға белем биреү өсөн заманса ҡоролмалар алы- ныуы белем сифатын күтәрер тип ышанғым килә. – Яңы балалар поликли- никаһы ла матур булып ҡалҡып сыҡты. – Ошо декабрь айында беҙҙең районға килгәндә Радий Хәбиров уны ҡарап китте. Яңы балалар поликли- никаһы Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса 2021 йылда “Һаулыҡ” милли проекты бу- йынса һалына башлағайны. Ошо көндәрҙә яңы поликли- ника үҙ ишектәрен асасаҡ. Был баймаҡтар өсөн ҙур ҡы- уаныс. – Заманса технология- лар менән йыһазланды- рылған дауаханала эшлә- йәсәк табиптар ҙа кәрәк. – Был йәһәттән район ха- кимиәте үҙәк ҡала дауаха- наһы менән берлектә маҡ- сатлы эш алып бара. Иғти- бар итһәгеҙ, быйыл районға йәш табиптар ҡайтты. Килә- сәктә улар тағы ла күбәйер тип ышанғы килә. Маҡсатлы йүнәлтмәләр менән уҡыған студенттар ҡайтасаҡ. Бынан тыш беҙҙең райондан бул- ған медицина өлкәһендә белем алған йәштәр менән һөйләшеүҙәр алып бара- быҙ, осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Бының һөҙөмтәһе, һис шик- һеҙ, булыр тип өмөтләнәм. – Хәҙер районда ғына түгел, ә тотош ил буйын- са табиптар ғына түгел, ә уҡытыусылар, инженер- ҙар, водителдәр, почталь- ондар һәм башҡа кәрәкле һөнәр эйәләренең етеш- мәүен күҙәтәбеҙ. Был про- блеманы нисек хәл итергә була? – Һөнәр һайлау ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәк- тәптә кескәйҙән үк башла- нырға тейеш. Баланың нин- дәй юҫыҡта һәләтле булы- уын күреп, уны шул йүнәлеш- тә үҫтерергә һәм һөнәр һай- ларға ярҙам итергә. – Ҡалабыҙҙың йылдан- йыл матурайыуын күреп тә ҡыуанабыҙ. – Был ысынлап та шу- лай. Ситтә йәшәгән яҡташ- тар ҡайтҡанда ла Баймаҡтың үҫеүен билдәләй. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу”, “Башҡорт ихаталары”, “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” һ.б. федераль һәм республика кимәлендә уңышлы эшләгән програм- маларға ҡушылыу Байма- ғыбыҙҙың йөҙөн ыңғай яҡҡа үҙгәртә лә инде. “Үҙгәрештәр еле” проекты менән үҙәк урамдар яңырыу кисерһә, хәҙер яңы йүнәлештәр бу- йынса эштәр дауам итә. Ба- лаларҙың фонтан эргәһендә сыр-сыу килеп уйнағанын, халыҡтың үҙәк майҙанда ял итеүен, уңайлы йәйәүлеләр һуҡмағынан йөрөүен күреп шатлыҡ хистәрен кисерһең. Сөнки беҙҙең тыуған ҡала бит. Ул матур, заманса һәм таҙа булырға тейеш. Һуңғы- һы йәмғиәттең тәрбиәһе ме- нән дә бәйле. Ниндәй генә яңы объект ҡалҡып сыҡма- һын, уға һаҡсыл ҡарашта булыуҙы үтенәбеҙ. Ултыр- тылған ағастар, гөл-сәскә менән дә шулай. Беҙҙең ҡалабыҙҙың торошо унда йәшәгән кешеләрҙең, йәғни беҙҙең мәҙәни кимәлебеҙгә бәйле булыуын онотмайыҡ. – Махсус хәрби опе- рациялағы яугирҙәребеҙ янына барғанда тағы кем- дәр менән осрашырға уй- лайһығыҙ? – Белеүегеҙсә, беҙҙең шефлыҡта булған мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Беҙ уларға ла бик шәп Яңы йыл бүләктәре һәм күстәнәс- тәре әҙерләнек. Нисәмә йыл һуғыш ялҡыны аҫтында эш- ләгән һәм йәшәгән кешеләр- ҙе, айырыуса балаларҙы ҡы- уандырып ҡайтырбыҙ, тип ышанам. – Яңы йылды ҡайҙа ҡаршы аласаҡһығыҙ? – Өйҙә, ғаиләм менән. Беҙгә көс-йылылыҡ биргән, рухи терәк һәм таяныс бул- ған әсәйем бар. Беҙҙе һа- ғындырып-шатландырып ба- лалар ҡайтасаҡ. Бар ғаилә- нең бергә йыйылыуынан да ҙурыраҡ бәхет бармы? Юҡ- тыр. Бигерәк тә эш менән мәшғүл булып бергә-бергә осрашыуҙар һирәк булған саҡта. Ғөмүмән, Яңы йыл – ул ғаилә байрамы. Рәхәтлә- неп аралашыу, бүләктәр би- решеү, ғәзиз кешеләреңә иғтибар бүлеү. Яҡындарың, дуҫтарыңа иң изге теләктәр еткереү мәле. – Гәзит уҡыусылары- быҙға ниндәй теләктәр ет- керер инегеҙ? – Иң беренсе донъялар- ҙың тынысланып, яугирҙә- ребеҙҙең еңеү яулап, имен- һау әйләнеп ҡайтыуын телә- йем. Ә еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, быға бер тамсы ла шигем юҡ. Һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, яҡты уй-хыялдары- ның тормошҡа ашыуын телә- йем. Хыялланығыҙ, алдығыҙ- ға ҙур маҡсаттар ҡуйып йә- шәгеҙ, тип тә әйткем килә, бигерәк тә балаларға һәм йәштәргә. Районыбыҙ хал- ҡына берҙәм һәм ҙур көс булғаны өсөн рәхмәт әйтеп, һәр саҡ шундай булып ҡа- лыуыбыҙҙы теләйем. 2024 йыл һәр йортҡа, һәр кемгә тик бәхет-шатлыҡ, мөхәббәт, ҙур- ҙур уңыштар һәм ҡа- ҙаныштар алып килһен! – Фәнис Ғәбдрәшит улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы йыл һеҙгә лә тик һөйөнөслө хәбәр- ҙәр менән килеүен теләй- беҙ! Гүзәл САлИХОвА әңгәмәһе. Район хакимиәте башлығы МХО-нан ялға ҡайтҡан яугир менән осраша

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас