Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
19 Сентябрь 2023, 11:55

"Йәшел Башҡортостан"ға ҡушылығыҙ!

23 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы буйынса ҡаланың “Шатлыҡ” кафеһы янындағы скверға һәм 5-се мәктәп янындаға аллеяға ағастар ултыртыу өмәһе үтәсәк. Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев: “Тыуған еребеҙҙе йәшелләндереү акцияһына барығыҙҙы ла әүҙем ҡушылырға саҡырам. 5-се мәктәп янында беҙ Ватанды һаҡлап һәләк булған ҡәҙерле яугирҙәребеҙ хөрмәтенә ағастар ултыртабыҙ. Әгәр кемдер үҙеннең яҡын кешеһе өсөн үҙе теләгән ағасты ултыртырға теләһә, беҙ уларҙы өмәлә көтөп ҡалабыҙ”,- тине.

"Йәшел Башҡортостан"ға ҡушылығыҙ!"Йәшел Башҡортостан"ға ҡушылығыҙ!
"Йәшел Башҡортостан"ға ҡушылығыҙ!

"Экология" милли проекты сиктәрендә экологик мәҙәниәтте булдырыу һәм үҫтереү, халыҡтың тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтен булдырыу маҡсатында Краснокама районында экологик өмәләр башланды.

 Район-ҡалала “Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акциялары буйынса өмәләр бара. 23 сентябрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы буйынса ҡаланың “Шатлыҡ” кафеһы янындағы скверға һәм 5-се мәктәп янындаға аллеяға ағастар ултыртыу өмәһе үтәсәк. Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев: “Тыуған еребеҙҙе йәшелләндереү акцияһына барығыҙҙы ла әүҙем ҡушылырға саҡырам. 5-се мәктәп янында беҙ Ватанды һаҡлап һәләк булған ҡәҙерле яугирҙәребеҙ хөрмәтенә ағастар ултыртабыҙ. Әгәр кемдер үҙеннең яҡын кешеһе өсөн үҙе теләгән ағасты ултыртырға теләһә, беҙ уларҙы өмәлә көтөп ҡалабыҙ”,- тине.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас