+21 °С
Болотло


Районыбыҙ халҡы махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәргә даими ярҙам итә. Яугирҙәрҙең яҡындары ла иғтибарһыҙ ҡалмай. Район-ҡала буйынса эшләгән ирекмәндәрҙең дә иғтибар үҙәгендә улар.
Шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуарҙар, ойошма-предприятиелар ҙа хәленән килгән тиклем ярҙам күрһәтә.
Йомаш ауылында йәшәгән мобилизацияланған яугирҙең ата-әсәһенә шәхси эшҡыуар Байрамғолов утын менән ярҙам итте. Афарин!