

2022 йылдан республика Башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостанда баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтары ойошторолдо. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2023 йылға республика буйынса ошондай 3 600-ҙән ашыу сауҙа урыны булдырылған.
Шуларҙан 37 майҙансыҡ һәм 578 сауҙа урыны Өфөлә урынлашҡан. Бөтә прилавкаларҙың да башы ябылған, йыһазландырылған һәм баҡсасыларға бушлай бирелә.
Өфөлә үҙ продукцияһын һатыу өсөн баҡсасылар файҙалана алған сауҙа майҙансыҡтары исемлеген Өфө хакимиәте сайтында ҡарарға мөмкин: https://vk.cc/cpRId9
Шулай уҡ, 2022 йылда Башҡортостанда халыҡҡа, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тәғәйенләнмәгән урында сауҙа иткән өсөн штраф һалыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында закон ҡабул ителде.
Ә үҙмәшғүлдәр шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән ял көндәрендә ойошторолған йәрминкәләрҙәге һәм фестивалдәрҙәге ваҡытлыса павильондарҙа үҙ тауарын һата ала.
Баймаҡта халыҡ күберәк дауахана яғындағы "Монетка" магазины янында һатыу итә. Азанов урамына ла һатыу урыны ҡуйылған. Тик ул, был урамда кешеләр күп йөрөмәгәсме, буш ҡала. Шулай уҡ еләк-емеш, ҡарбуз, ҡауынды "Дельпицца" кафһы янында ла һата башланылар.