

Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге яҙғы өмә 31 мартта ойошторола. Мэрияла бөтә предприятиеларҙы, ойошмаларҙы һәм учреждениеларҙы «санитар йома»ла ҡатнашырға һәм тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартырға саҡыралар. Ә өфөләр үҙҙәренең ихаталарын һәм йорт янындағы майҙандарҙы тәртипкә килтерергә мөмкин.
Күптәр уҙған аҙнала уҡ үҙҙәре эшләгән һәм йәшәгән биләмәләрҙе йыйыштыра башлаһалар ҙа, был "санитар йома" күләмлерәк булырға вәғәҙәләй. Айырыуса сүп-сарҙан таҙартыуға һәм ҡар өйөмдәрен таратыуға иғтибар бирелә.
Баймаҡ районында "Таҙа кесаҙна" өмәләре уҙған аҙнала уҡ башланды. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә көндөң һалҡын һәм елле булыуы ла ҡамасаулай алманы. "Һә" тигәнсе бинабыҙҙың эргә-тирәһе ял итеп ҡалды.