

Алтын көҙ...Ошо һүҙҙə күпме матурлыҡ бар,ни тиклем мəғəнə ята.Ғүмер көҙө-ҡартлыҡтыңда үҙ матурлығы,үҙ мəғəнəһе бар,сөнки һеҙ сыуаҡлы,мул һутлы емештəре өлгөргəн йəмле ғүмер миҙгелен кисерəһегеҙ төҫлө;уңыштарығыҙҙы барлап,тəжрибəгеҙҙе башҡаларға йомарт өлəшə торған бəхетле мəлегеҙ һəм һеҙ шунын менəн бəхетле...
Бөгөн ауыл мәсетендә Ололар көнөнә арналған күркәм сара үтте. Өлкән быуын вәкилдәрен ауыл биләмәһе башлығы Кәйүм Рәжәп улы Уразбаев ихлас тәбрикләне һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, имен тормош, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен генә күреп йәшәүҙәрен теләне. Сыңғыҙ ауылының ир -егеттəр ҡоро рəйесе Нур Мотаһар улы Буранбай ауылының өлкəн йəштəгелəрен ҡотланы һəм 7 тоҡ бойҙай бүлəк итте. Ошо сəй табынын əҙерлəүгə ит һəм финанс менəн ярҙам иткəн Азамат һəм Гөлгөнə Ғөбəйҙуллиндарға,Динара Нурфəиз ҡыҙына,Илгиз һəм Рəзилə Хəмитовтарға,мул өҫтəлде əҙерлəүсе ҡыҙҙарға Миңлегөл Фəйзулла ҡыҙына,Рəзилə Салауат ҡыҙына,Əминə Ғатаулла ҡыҙына,Вəзинə Əхиəр ҡыҙына ,күстəнəстəрен тотоп килгəн ауылдаштарға ҙур рəхмəт!
Ололар ойоштороусыларға, ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты. Хөрмəтле ололар! Һеҙгə һаулыҡ,именлек,ғаилə бəхете,оҙон ғүмер,бəхетле ҡартлыҡ телəйем.
Зәкиә ҒӘЙЕТБАЕВА.