

Мерәҫ ауылы биләмәһенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Изге ниәт, берҙәмлек һәм ярҙамсыл йөрәктәрегеҙ өсөн рәхмәт! Йүнәлтелгән гуманитар ярҙам өсөн тапшырылған бал, ҡоро душтар һәм консервалар — ябай ғына әйберҙәр түгел. Уларҙа һеҙҙең хәстәрлегегеҙ, йылы һүҙегеҙ, яҡындарыбыҙға булған ышанысығыҙ һәм еңеүгә өлөш индерергә тигән теләгегеҙ бар. Бал — һалдаттарға көс һәм йылылыҡ, ҡоро душтар — юл шарттарында таҙалыҡ һәм уңайлыҡ, ә консервалар — туҡлыҡлы аҙыҡ һәм өй йылыһын хәтерләткән ярҙам. Һәр бер банка, һәр бер йыйылған ҡап, һәр бер ярҙам — бик мөһим һәм ваҡытында. Мерәҫ ауылы халҡы, әүҙемселәр, ярҙам ойоштороусылар һәм битараф ҡалмаған һәр кемгә ихлас күңелдән рәхмәт! Бергә булғанда беҙ күп нәмәгә һәләтле. Изгелек юлында берләшкән йөрәктәребеҙ һис ҡасан һынмаһын! Яҡшылығығыҙ үҙегеҙгә мең тапҡыр әйләнеп ҡайтһын!