Иҫке Сибай ауылы халҡы тағы ла бер тапҡыр «ауылдаштар» тигән изге һүҙҙең ни тиклем тәрән мәғәнәгә эйә булыуын иҫбатланы. Улар дәррәү тупланып, оло быуын вәкилдәре лә, йәштәре лә бергәләп үрге зыяраттың ағас ҡоймаһын заманса тимер ҡоймаға алыштырҙы.
Был изге эш «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә бойомға ашырылды. Уға бүленгән аҡсаға кәрәкле материалдар алынған. Ә инде төп көс — кешеләрҙең ихласлығында һәм уларҙың теләге булыуында.
Өмәлә илленән ашыу кеше ҡатнашты. Берҙәмлек менән башҡарылған был эш һөҙөмтәһендә зыярат яңы төҫ алды, ул хәҙер уның тирә-яғы ла нурлы, тәрбиәле күренә. Был — беҙҙең тарихыбыҙға, ата-бабаларыбыҙ рухына, киләсәк быуын алдындағы яуаплылығыбыҙға ҡарата тәрән ихтирам билдәһе.
Һәр кемгә ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған, әммә сауаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!