Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор

Ғәҙелшалар ҡайтты тыуған яҡтарына

Ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алынған осрашыу тыуған яҡты өйрәнеүсе, билдәле уҡытыусы-тарихсы Урал Ғазиндың “Һаумы ауылым, ауылдаштар һаумы” шиғыры менән башланды. Тәү сиратта, әрүахтәр рухына аят бағышлатып, доғалар ҡылдыҡ. Ринат һәм Марат Тулыбаевтар башҡорт халыҡ йыры “Төйәләҫ”те башҡарып, Ирәндек буйҙарын яңғыратты. Әйтергә кәрәк, был йыр ошо төбәк ауылдарының гимны булып тора.

Ҡасандыр Ирәндек тауының көнсығыш битләүендә, сал ҡылғанлы ерҙә урынлашҡан Ғәҙелша ауылы картанан юғалһа ла, был төбәктә тыуып үҫкәндәрҙең йөрәгендә мәңгелеккә һаҡланып ҡалған. Гөрләп торған ауыл “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылып, юҡҡа сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бында йәшәүселәрҙең төрлөһө төрлө яҡҡа күсеп китергә мәжбүр булған. Күптәре Сибай ҡалаһында төпләнеп, баҡыр-көкөрт комбинатында эшләй башлаған. Уҙған шәмбелә тамырҙары Ғәҙелша ауылына барып тоташҡандар Шәжәрә байрамына йыйылып, туғанлыҡ ептәрен нығытты һәм ауылдарына нигеҙ һалыныуҙың 240 йыллығын билдәләне.

Ғәҙелша ауылы тураһындағы беренсе мәғлүмәт XVIII быуат аҙағында, 1786 йылда теркәлгән. 1816 йылғы VII ревизия документтарында ул Ырымбур губернаһының Бөрйән волосының Верхнеуральск уезында Ғәҙелша ауылы Әҙелша утары тип күрһәтелгән.

Ауыл 1757-1834 йылдарҙа йәшәгән йорт старшинаһы Ғәҙелша Илишевтың исемен йөрөтә. 1816 һәм 1850 йылдарҙа уҙған ревизия документтары буйынса, уның өс ҡатынынан Тләвсура, Тләвкабул, Исхаҡ, Иманғол, Мөхәмәтша, Буранғол, Ишморат, Ишбулат исемле улдары булған. Ғәҙелшаның атаһы Илеш Назаров 1773-1775 йылдарҙа Бөрйән волосының йорт старшинаһы булған. Крәҫтиәндәр һуғышында ла ҡатнашҡан. Тарихсы-ғалим Ә.Әсфәндийәровтың белдереүенсә һәм Ғәҙелша ауылында йәшәгән “Өс һыбайлы” легендаһына ҡарағанда, ауылға нигеҙҙе Икенсе Этҡолдан сыҡҡан ғаиләләр һалған.

Ғәҙелша тарих биттәрендә старателдәр ауылы булараҡ һаҡланып ҡалған. 1860 йылдарҙа Төйәләҫ йылғаһы буйында алтын йыуыу приискылары асылған. Алтын ятҡылыҡтары бер ҡулдан икенсеһенә һатылып килә-килә, Хәнифә һәм Мөхәмәтсадиҡ Рәмиевтарға ҡалған. Мөхәмәтсадиҡ вафат булғас, прииск менән уның улы Мөхәмәтзәкир – Искәндәр Рәмиев етәкселек иткән. Октябрь революцияһынан һуң алтын йыуыу приискылары Совет власына тапшырылған.

XIX быуат аҙағында Ғәҙелша мәсете, һыу менән эшләгән тирмәһе булған ҙур ауылдарҙан иҫәпләнгән. 1901 йылғы губерния яҙмаларына ҡарағанда бында 109 хужалыҡта 481 кеше йәшәгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 114 ир-егет фронтҡа китә. Шуларҙың һикһәне тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтмай. Улар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Зәйнәб Әхтәм ҡыҙы Аллаярова (Зоя Артемьевна Мартынова) фельдшер булараҡ, һуғышҡа юллана. Ата-бабаларҙың ҡаһарманлыҡтарын бөгөн дә дауам итеүселәр бар. Айҙар Хәбилов – Афған һуғышында ҡатнаша һәм яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Бөгөн дә ул алғы һыҙыҡта – махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ғәҙелша руднигында 300-ләгән кеше эшләй. Бына шундай ҡурҡыу белмәҫ яҡташтарыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ.

Бөгөн Ғәҙелша ауылы картала юҡ, ләкин урыны һаҡланып ҡалған.  Ҡасандыр был ерҙәрҙе төбәк итеп, донъя көткән ата-бабаларыбыҙҙың төйәген оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Шул сәбәпле, маҡсатлы эш алып барабыҙ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә (2020 йылда) Олотау тауы итәгендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған стела урынлаштырҙыҡ. 

2018 йылда Моҡас ауыл Советы белгестәре Ҡадир Ласынов, Мөбәрәк Солтанғазин һәм ошо ауылда йәшәп киткән Рамаҙан Сафин ата-бабаларыбыҙҙың мәңгелек  йорто – зыяраттың ҡоймаларын яңыртып кәртәләү эшенә тотонғайны. 2019-2020 йылдарҙа дөйөм көс менән өс йөҙҙән ашыу бағана ултыртылды һәм кәртәләп алынды. Һуңынан Нур Әхмәтшин ҡоймаларҙы буяу кәрәклеген күтәреп сыҡты һәм инициативаны үҙ ҡулына алды. Быйыл был тәңгәлдә эште дауам итергә килештек.

Былтыр көҙ айында Венер Әхмәтшин Ғәҙелша ауылы урынында үҙе эшләгән ҡурай формаһындағы стеланы урынлаштырҙы.

1992 йылдың 14 июнендә Ғәҙелшала 2-3 өй бар ине.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта ауыл һуңғы һулышын ала ине. Һуңғы ғаиләләр булып бында Сафиндар йәшәгән. Алтын йыуғандан һуң ҡалған ҡыҙыл балсыҡтар өйөмө ситендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыйыны үтә. Һәм бына, утыҙ дүрт йылдан һуң, тамырҙары Ғәҙелша ауылына барып тоташҡандар, ҡояшлы сағыу көндә, үҙ тыуған еренә тағы ла йыйылды. Был юлы беҙ Шәжәрә байрамын уҙғарып, ауылыбыҙға нигеҙ һалыныуҙың 240 йыллығын байрам итергә ҡайттыҡ.

Ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алынған осрашыу тыуған яҡты өйрәнеүсе, билдәле уҡытыусы-тарихсы Урал Ғазиндың “Һаумы ауылым, ауылдаштар һаумы” шиғыры менән башланды. Тәү сиратта, әрүахтәр рухына аят бағышлатып, доғалар ҡылдыҡ. Ринат һәм Марат Тулыбаевтар башҡорт халыҡ йыры “Төйәләҫ”те башҡарып, Ирәндек буйҙарын яңғыратты. Әйтергә кәрәк, был йыр ошо төбәк ауылдарының гимны булып тора.

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйәрнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты А. Ярмуллина ауылдың тарихы менән таныштырҙы. Ошоға бәйле донъя күргән китаптың презентацияһы  2018 йылдың майында уҙҙы. Баҫманың авторҙары – танылған уҡытыусы-тарихсы, Рәсәй мәғарифының маҡтаулы уҡытыусыһы Фәриҙә Ҡәйепова һәм Альбина Ярмуллина. Китапта йөҙҙән ашыу ғаиләнән йыйылған мәғлүмәттәр, архив һәм статистик документтар, фотолар, илдең социаль-иҡтисади, сәйәси үҫеше, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар тураһында мәғлүмәттәр тупланды. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған коллектив авторҙар тарафынан “Ирәндек яугирҙәре” китабы донъя күрҙе. Уның өҫтөндә эшләгән осорҙа Ғәҙелша ауылынан киткән ир-азаматтарҙың исемлеге тағы ла ун бишкә артты. Әйтергә кәрәк, Әлнисә Алдырханова-Кәримова, Зәлиә Бүләкәнова, Рим Исхаҡов, Диля Ирғәлина, Дилара Ғазина-Еникеева, Земфира Кәримова, Таңһылыу Ҡужина, Мәҙүнә Әхмәтйәнова авторлығында “Хәтер китабы”на Абҙаҡ, Атанғол (Назар), Ғәҙелша, Беренсе Моҡас, Икенсе Моҡас, Әхмәр, Моҫтай, Беренсе Төркмән, Икенсе Төркмән, Казанка ауылдарынан яуға киткән яҡташтар тураһында мәғлүмәт тупланды.

Минең әсәйемдең ҡартатаһы Сәхиулла Әхмәтшин да Ғәҙелша ауылында йәшәгән. Уның ете улы һәм ҡыҙы булған. Бөгөн улдарының барыһы ла мәрхүм. Ә бына 91 йәшлек Рәйсә инәйебеҙ Шәһиғәлина Шәжәрә байрамында ҡатнашып, байрамға йәм өҫтәне. Ул үҙенең тәүгә тәпәй баҫҡан ерҙәрен күреп, шатлыҡ тойғолары кисерҙе. Ғәҙелшаның тарихын, ауылдаштарының яҙмышын беҙгә һөйләп ишеттерҙе.

Шәжәрә байрамының тантаналы өлөшөндә Моҡас ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Маһинур Әминова төрлө йылдарҙа ауыл зыяратын төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан, обелиск ҡуйырға ярҙам иткән, ағас ултыртып тирә-яҡты тәртипкә килтергән ир-азаматтарға район хакимиәтенең һәм ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан байрамға килгән Аллаяров, Әбсәләмов, Әхмәтшин, Бикбаев, Дауытов-Ғиззәтуллиндар, Әминев, Истамғолов, Ишемғолов, Ишалин, Кәримов, Ишмырҙин - Ибраһимовтар, Миндеғолов, Мусин, Ғәйетбаев, Сафин, Сөләймәнов, Солтанғазин, Тулыбаев, Хабилов, Хәмитов, Хисаметдинов, Шаһиғәлиндарҙың ғаиләләре үҙ нәҫел ептәре менән таныштырҙы. Һуңынан концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. 80 йәштән үткән инәй-олатайҙарға сараның бағымсыһы булған шәхси эшҡыуар Айгөл Ишмырҙина исеменән бүләктәр тапшырҙыҡ.

Байрам барышында бергәләп Баймаҡ районы гимны булып торған “Күк Ирәндек буйында” йырын башҡарҙыҡ. Ул алтын табыу, шахта эшендә булған ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеү, уларға мәдхиә, маҡтау йыры булып яңғыраны.

Был көндө Ғәҙелша ауылы бал күсендәй гөрләне. Һәр ғаилә тирмәләр ҡуйып, йәмле һәм бай күргәҙмәләрен тәҡдим итте. Үҙҙәренең шәжәрәһе, тарихи документтар, фотолар менән биҙәгән ине.

Әйтергә кәрәк, был көндө байрамға биш йөҙҙән ашыу кеше йыйылды. Ижади ҡарашлы, рухлы вариҫтар - ауылдаштар менән йыйылып тыуғанлыҡ ептәрен барланыҡ. Хәтирәләргә бирелеп, тыуғандарҙы күрһәтеп, белмәгәндәре менән таныштырҙыҡ. Шуның менән беҙ ҙур бер ғаиләгә тупландыҡ. Был көндө тирә-яҡ йыр-моңдан яңғырап торҙо. Балалар ғына түгел, йәштәргә лә уйындар ойоштороп, күңелле ял иттек.

Беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға күрше Абҙаҡ, Әхмәр ауылдарынан да килгәндәр ине. “Миләш” фольклор ансамбле Шәжәрә байрамы менән ҡотлап, матур йырҙарын бүләк итте.

Сараны ойоштороуҙа күп көс һалған Венер, Нур, Таһир Әхмәтшиндарға, Ирек, Иҙел, Батыр Шаһиғәлиндарға һәм уларҙың тормош иптәштәренә, Рамаҙан Сафинға, алып барыусылар Дилара Еникеева-Ғазинаға менән Лиана Сафинаға рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ, барлыҡ башланғыстарҙы хуплап торғандары өсөн Моҡас ауыл хакимиәтенә лә изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ә иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен алыҫ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан осрашыуға ҡайтып төшкән ауылдаштарыбыҙға йүнәлтәбеҙ. Яҡын киләсәктә йәмле, имен мәлдәрҙә осрашырға насип итһен.

Альбина Ярмуллина.

 

 

     

 

Ғәҙелшалар ҡайтты тыуған яҡтарына
Ғәҙелшалар ҡайтты тыуған яҡтарына
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас