+16 °С
Ямғыр
Ҡамыр өсөн:
Йылы һөт - 1 стакан
Ҡоро әсетке - 1 аш ҡалағы
Шәкәр ҡомо - 3 аш ҡалағы
Тоҙ - 1 сәй ҡалағы
Он - 3 стакан тирәһе
маргарин - 200 г.
Үрҙә һаналғандарҙың барыһын бергә ҡушып ҡамыр баҫҡандан һуң 30 минут һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Был арала эслек әҙерләйбеҙ: 2 лимон, 2 апельсин - ит үткәргестән үткәреп алабыҙ, 1 аш ҡалағы маный ярмаһы һәм 1 стакан тирәһе шәкәр ҡомо өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, ҡатлы пирог итергә лә мөмкин.
Яҡшылап бутағандан һуң 180 град. тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйып, 40-45 мин. бешереп алабыҙ. Бик тәмле пирог була. Аштарығыҙ тәмле булһын!