Файҙалы кәңәштәр
26 Апреля 2025, 06:50

Ҡан тамырҙарын таҙарта...

һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты көсәйтә

Ҡан тамырҙарын таҙарта...Ҡан тамырҙарын таҙарта...
Ҡан тамырҙарын таҙарта...

Түбәндәге рецепт менән әҙерләнгән ҡушылма организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙарта, бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты көсәйтә.

Шулай итеп, 100-шәр грамм грек сәтләүеге (грек сәтләүеге - ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм уның йөрөшөн яҡшырта) һәм кураганы (курага - ҡан баҫымын рәтләй) ваҡлайбыҙ. 4 тырнаҡ һарымһаҡты (һарымһаҡ - тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы көрәшә) иҙеп ҡушабыҙ, ярты лимондың (лимон - ҡанды шыйығайта һәм бауырҙы таҙарта) һутын һығығыҙ, 1 аш ҡалағы бал (бал - ҡанды таҙарта) өҫтәгеҙ, 1 аш ҡалағы зәйтүн майы (зәйтүн майы - насар холестеринды юҡ итеп, яҡшыларын барлыҡҡа килтерә) өҫтәгеҙ. Бер ай дауамында иртәнсәк ике аш ҡалағы ашағыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас