Файҙалы кәңәштәр
10 Февраля 2025, 10:35

Ни тиклем һаҡланһаң да, ауырый башланыңмы?

Сөскөрәһегеҙ, танау-тамаҡ ҡымырйый. Нимәһенә аптырарға, яныбыҙҙа ауырығандар бик күп. Ауырыуҙы туҡтатырға буламы? Эйе, тик ваҡытында башларға ғына кәрәк дауалауҙы. Иң тәүҙә инфекцияны туҡтатыр кәрәк. Бының өсөн ябай ысул ярҙам итер...

Шулай итеп, күпме генә һаҡланһағыҙ ҙа, ауырый башлағанығыҙҙы тойҙоғоҙ. Сөскөрәһегеҙ, танау-тамаҡ ҡымырйый. Нимәһенә аптырарға, яныбыҙҙа ауырығандар бик күп. Ауырыуҙы туҡтатырға буламы? Эйе, тик ваҡытында башларға ғына кәрәк дауалауҙы. 

Иң тәүҙә инфекцияны туҡтатыр кәрәк. Бының өсөн кәстрүлдә һыу ҡайнатып, уға ике-өс аш ҡалағы сода, ике тырнаҡ һарымһаҡ ырғытып, шуның менән ун минут тын алабыҙ. Быны бер сәғәт һайын эшләргә була. Тик башығыҙҙы таҫтамал менән урап ҡуйығыҙ. Өшөргә ярамай!

Унан инфекция сыҡһын өсөн күп итеп эсергә кәрәк. Баллы, лимонлы сәй, ҡарағат, ҡурай еләге ҡайнатмаһы, әлморон төнәтеп. Аскорбин кислотаһы йотоғоҙ. 

Ауыр аштарҙан баш тартығыҙ. Тауыҡ һурпаһы, ҡорот иҙеп эсеү яҡшыраҡ булыр. 

Аяҡтарҙы йылыла тотабыҙ. Өшөмәһендәр. 

Танау тонһа, уны сода һәм тоҙ (1+1) һалынған йылы һыу менән әленән әле сайҡатабыҙ. Бүлмәгеҙҙе елләтегеҙ. Инфекция сыҡһын өйөгөҙҙән. Артыш менән төтәтеп алыу ҙа файҙалы. 

Әгәр температура күтәрелһә, күберәк ятырға кәрәк. Ә инде юғары булмаған температурала 15 минутҡа саф һауаға сығып килергә мөмкин. 

Ни тиклем алдан дауалана башлайһығыҙ, һауығыу ҙа тиҙерәк килер. 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас