-5 °С
Болотло
Кәрәк: өс килограмм кәбеҫтә, өс баш һарымһаҡ, ике кишер. Һарымһаҡты, кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә, кәбеҫтәне турарға. Тоҙло һыу өсөн 1,5 литр һыу, 1 стакан шәкәр, ике аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы кәрәк.
Һыуға тоҙ, шәкәр, май һалып ҡайнатып сығарғас, ярты стакандан әҙерәк йәки 110 мл тирәһе 9 процентлы аш һеркәһе ҡушырға, 5 лавр япрағы, борсаҡлы ҡара борос ҡушырға. Ун минут тирәһе ҡайнатҡас, борос, лавр япрағын алып ташларға. Әҙерләнгән тоҙло һыуҙы кәбеҫтәгә ҡойорға һәм бер-ике көндән кәбеҫтә әҙер була.
Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында әҙерләнде