Йәшен башланыу менән тәҙрә, ишектәрҙе, мөрйә һәм елләтеү тишектәрен ябығыҙ. Мейескә яҡмағыҙ, сөнки мөрйәнән сыҡҡан эҫе газдың ҡаршылығы бик түбән була. Телефондан һөйләшмәгеҙ: йәшен ҡайһы саҡ бағаналарға һуҙылған сымдарға тейә. Кеҫә телефонынан да һөйләшергә ярамай!
Йәшен ваҡытында электр үткәргестәргә, йәшен ҡайтарғысҡа, ҡыйыҡтың һыу аҡҡысына, антеннаға яҡын килмәгеҙ, тәҙрә эргәһендә тормағыҙ, телевизор, радио һәм башҡа электр көнкүреш приборҙарын ҡабыҙмағыҙ.
Әгәр урманда булһағыҙ, урмандың тәпәш ағаслы тирәһенә йәшенегеҙ. Бейек ағастар, бигерәк тә ҡарағай, имән һәм тирәк аҫтына килмәгеҙ.
Һыу, яр буйында икәнһегеҙ, ярҙан ситкә китегеҙ, ҡалҡыу урындан түбәнгәрәк күсегеҙ.
Болонда, баҫыуҙа булһағыҙ, ергә һуҙылып ятмағыҙ (былай иткәндә электр тогына бөтә тән ҡуйыла), ә соҡорҙа, йырында, башҡа тәбиғи уйпатта тубыҡтарығыҙҙы ҡосоп, сүкәйеп ултырығыҙ.
Әгәр йәшен һеҙ спорт менән шөғөлләнгәндә башланһа, күнекмәне туҡтатығыҙ. Металл әйберҙәрҙе (мотоцикл, велосипед һ. б. ) ситкә ҡуйығыҙ, үҙегеҙ уларҙан 20-30 метрға ситкә китегеҙ.
Автомобилдә барғанда йәшенгә тап булһағыҙ, унан сыҡмағыҙ, тик тәҙрәләрҙе ябығыҙ һәм радиоалғыстың антеннаһын төшөрөгөҙ.
Имен булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!