Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Петрушканың файҙаһы

Составында бик күп миҡдарҙа калий булыуы менән петрушка йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары һәм һейҙек бүленеүе проблемалары, шулай уҡ шәкәр сире ваҡытында айырыуса файҙалы. Бөйөр һәм шешенеүгә килтереүсе йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарында, ҡыуыҡта таш булғанда, цистит һәм уретрит сирҙәре ваҡытында киң ҡулланалар. Төнәтмәне әҙерләү өсөн...

Петрушканың файҙаһы
Петрушканың файҙаһы

Петрушканың орлоҡтарында эфир майҙары күп. Шуға күрә ул оҙаҡ шытып сыға. Уны тиҙерәк үҫтереү өсөн орлоҡтарҙы сепрәк моҡсайға һалып йылы һыуға тығығыҙ. 5-6 сәғәттән һуң һыуҙы алмаштырабыҙ, орлоҡтарҙы “тын алдырып” алабыҙ ҙа, кире һыуға тығабыҙ. Бер нисә мәртәбә шулай һыуҙы алмаштырғандан һуң, орлоҡтар сәсеүгә әҙер була. Петрушка салат кеүек тиҙ шытып сыҡмай, әҙерәк сабырлыҡ кәрәк буласаҡ.

Составында бик күп миҡдарҙа калий булыуы менән петрушка йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары һәм һейҙек бүленеүе проблемалары, шулай уҡ шәкәр сире ваҡытында айырыуса файҙалы. Бөйөр һәм шешенеүгә килтереүсе йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарында, ҡыуыҡта таш булғанда, цистит һәм уретрит сирҙәре ваҡытында киң ҡулланалар.

4 сәй ҡалағы ваҡланған петрушка орлоғон 1 стакан ҡайнар һыуға һалырға һәм талғын ғына утта 10-12 минут ҡайнатып алғас һыуытырға, унан һөҙөп алырға. Шул төнәтмәне көнөнә 4-6 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә. Был рецепты цистит булған осраҡта ҡулланыу яҡшы. Балаларға дозаны сәй ҡалағы менән билдәләргә кәрәк. Ауырлы ҡатындарға ҡулланырға ярамай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: