Ҡамырҙың ниндәй генә рецепттары юҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә тәмле килеп сыға. Шулай ҙа ҡамырҙы үҙенсә баҫырға яратҡан кешеләр күберәк. Улар: "Рецепт ҡарап торорға ваҡыт юҡ! Нинмәм бар, шуны һалам да баҫам", -- тип яуапларға ярата.
* Бәлеш, күмәс бешерә торған ҡамырға бер аҙ картуф крахмалын ҡушығыҙ. Ул ҡамырҙы ҡабартып ҡына ҡалмай, духовканы асып ҡараған саҡта күмәсте шиңдермәй һаҡлай. Шулай уҡ икенсе көндә лә йомшаҡ була.
* Онды ҡамыр баҫыр алдынан ғына иләгеҙ.
* Бәлеш, ҡоймаҡ, икмәк ҡамырына манный ярмаһын бер аҙ, йәғни ярты литр һыу йәки һөткә 1 аш ҡалағы ҡушығыҙ. Ул да ҡамырҙы күпертә һәм йомшаҡ итә.
* Ҡамырға һөт менән ярты стакан минераль һыу өҫтәгеҙ.
* Әсеткән ҡамырҙы әҙерләгәндә бар ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында булһын. Һыуҙы 30-35 градусҡа тиклем йылытығыҙ.
* Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтә ел бьулмаһын.
*Бәлештәрҙе уртаса ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешерегеҙ. Юғиһә эслегенең һуты бөтә.
* Ҡамырға майҙы иретеп ҡушмағыҙ. Ул бүлмә температураһында ултырып ныҡ итеп йомшарырға тейеш.
* Ҡамырҙы йәйгәс, эслек һалыр алдынан бер аҙ крахмал һибегеҙ.
* Ҡмырға йөҙөм ҡушырға уйлаһағыҙ, уны алдан онға әүәләп алығыҙ.
* Ҡамыр менән булышыр алдынан ҡулығыҙҙы ныҡлап ҡоротоп һөртөгөҙ.
* Әҙер бәлеште 15-20 минут ултыртып торғандан һуң ғына духовкаға оҙатығыҙ.
* Ҡамырҙы һөткә баҫһаң, ул тәмле килеп сыға.
* Әсетке иҫкермәгән булһын!
* Шәкәр ҡомон рецептта күрһәтелгәндән күберәк итеп һалмағыҙ. Бәлеш ҡабармай аптыратыр һәм көйөп китер.
* Шыйыҡ майҙы аҙаҡтан, ҡамырҙы баҫып бөткәс кенә ҡушығыҙ.
* Бәлеш ҡамыры ни тиклем йоҡараҡ йәйелә, шул тиклем бәлеш тәмлерәк килеп сыға.
* Әгәр ҡамыр ҡабарып өлгөрөп тә, духовка буш түгел икән, өҫтөнә еүеш ҡағыҙ ҡаплап тороғоҙ.
* Ҡамыр иҫкермәһен өсөн баҫып бөтөп барғанда 1 балғалаҡ уксус ҡушығыҙ.
* Һөт+һыу+шыйыҡ май+әсетке+шәкәр ҡомо ошо эҙемтә менән баҫылған ҡамыр яҡшы була.
* Эслеге аҡмаһын өсөн бәлешкә емеш-еләккә манный ярмаһы йәки крахмал ҡушығыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!