-5 °С
Болотло
Сәй бешереү өсөн яңы ғына ағыҙылған һыу кәрәк. Икенсе тапҡыр ҡайнатылған һыуҙа сәй бер ваҡытта ла тәмле бешмәйәсәк.
Фарфор сәйнүк ҡулланыу отошло. Металл сәйнүктә сәйҙең төҫө китә, ят тәм керә.
Бешерелгән сәй 4 - 5 сәғәттән һуң бөтә файҙалы матдәләрен юғалта.
Сәйнүкте ике тапҡыр ҡайнар һыу менән сайҡатырға. Сәй һалып, ҡайнар һыу һалырға, таҫтамал менән ҡаплап, 5-6 минут томаларға.
Һөтлө сәйгә килгәндә, башта ҡуйы сәй, унан һуң йылы һөт һалалар һәм ҡайнар һыу ағыҙалар.