Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Июнь 2023, 18:00

Йомортҡаһыҙ бешерелә торған бисквит

Эштән ҡайтҡас ошондай ябай ғына, иң мөһиме йомортҡаһыҙ бешерелә торған бисквит бешерергә була. Яҡындарығыҙ моғайын да һөйөнөр. Рецепт...    

Йомортҡаһыҙ бешерелә торған бисквит
Йомортҡаһыҙ бешерелә торған бисквит

Был бисквитҡа 1 стакан кефир, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 балғалаҡ уксус менән һүндерелгән сода, ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сығырлыҡ он, теләк булғанда сәтләүек, йөҙөм, йә мәк ҡушырға була. 

Табаҡҡа кефирҙы, шәкәрҙе, үҫемлек майын, уксус менән һүндерелгән соданы һәм ондо һалабыҙ. Барыһын бергә туҡыйбыҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында килеп сығырға тейеш. Теләк булғанда сәтләүек, йөҙөм йә мәк өҫтәп ебәрергә була. 

Әҙер ҡамырҙы 180 градус эҫелектәге духовкала әҙер булғансы бешерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: