Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Декабрь 2022, 12:10

Бауырҙан тәмле һәм еңел генә торт

Һеҙҙең байрам өҫтәленә бик шәп ризыҡ! 

Бауырҙан тәмле һәм еңел генә торт
Бының өсөн:
- 500 грамм самаһы бауыр
- 2 баш һуған
- 1 стакан ҡайнаған һөт
- 3 йомортҡа
- ҡыҙыл борос, тоҙ
- 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы
- ярты стакан он


 Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , ҡайнап һыуынған һөт, ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.
Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны йоҡа ғына итеп табаға йәйеп, ике яғынан да бешерәбеҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ:
- 2 баш һуған
- 2 кишер
- ауыл ҡаймағы
- соус
Тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр һалабыҙ.
Эслектең барыһын бергә табала ҡыҙҙырабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Бешергән саҡта эҫе көйө һалынһа, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы килеп сыға.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: