Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Ноябрь 2022, 12:00

Иң еңел торт

Һыуытҡыста кефир йәки ойоған һөт әрәм булып ултырмаймы? Йәһәт кенә төшкөлөккә торт бешерә һалайыҡ.  Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 2 стакан кефир, 2 стакан он, 1 стакан шәкәр, ярты балғалаҡ уксус менән һүндерелгән сода алына. Крем 1 стакан кефирға ярты стакан шәкәр һалып туҡып эшләнә.     

Иң еңел торт
Иң еңел торт

Ҡамыр өсөн: 

1 йомортҡа 
2 стакан кефир
2 стакан он
1 стакан шәкәр
ярты балғалаҡ уксус менән һүндерелгән сода 

Бисквитҡа һеңдереү өсөн 1 стакан кефирға ярты стакан шәкәр һалып туҡыйбыҙ. 

Кефирҙан шыйыҡ ҡамыр әҙерләйбеҙ. 

Йомортҡаны миксер менән күпергәнсе туҡып алабыҙ.

Кефирға уксус менән һүндерелгән соданы һалабыҙ. Хәҙер инде был ике ҡатнашманы бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа ондо өҫтәйбеҙ. Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡуйылыҡта килеп сығырға тейеш. 

Табаға пергамет ҡағыҙ һалабыҙа майлайбыҙ. Ҡамырҙың өстән бер өлөшөн ҡоябыҙ. Духовкала 15 минут (ҡыҙарғансы) бешереп алабыҙ.

Шуныһы: бешергән саҡта коржды сәнске менән тишкеләп алабыҙ.

Ошо рәүешле өс коржды ла бешереп алабыҙ.

Кремды кефир һәм шәкәр ҡатнашмаһы менән эшләйбеҙ. Корждарҙы килеп сыҡҡан крем менән майлап, ҡатлап һалабыҙ. 

Тортты биҙәр өсөн кокос онтағын, емеш-еләкте, йөҙөм, сәтләүектәрҙе, кәнфит, шоколадтарҙы һ.б. ҡулланырға була.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: