Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Сентябрь 2022, 15:30

Тоҙ менән компресс

Компресс өсөн диңгеҙ тоҙо яҡшыраҡ була. Тик ул буялмаған һәм хуш еҫһеҙ булһын.  Тубыҡтағы быуын артрозы булһа, тоҙҙан компресс һәм тоҙ менән ыуыныу ярҙам итә ала. Бының өсөн диңгеҙ тоҙон ҡулланабыҙ (ул аптекала һатыла).  1:10 миҡдарҙа тоҙ менән һыу алабыҙ. Яҡшылап

Тоҙ менән компресс
Тоҙ менән компресс

Компресс өсөн диңгеҙ тоҙо яҡшыраҡ була. Тик ул буялмаған һәм хуш еҫһеҙ булһын. 

Тубыҡтағы быуын артрозы булһа, тоҙҙан компресс һәм тоҙ менән ыуыныу ярҙам итә ала. Бының өсөн диңгеҙ тоҙон ҡулланабыҙ (ул аптекала һатыла). 

1:10 миҡдарҙа тоҙ менән һыу алабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа иҙмәгә марляны манып алабыҙ. Ошо марля менән тубығығыҙҙы ыуығыҙ. Бындай процедураны көн дә ҡабатлап тороғоҙ. 

Компресс өсөн 2 ҡалаҡ тоҙға 8 ҡалаҡ һыу алабыҙ. Иҙмәгә марляны тығып манып алғандан һуң тубығығыҙға һалып, нығытып ҡуйығыҙ. Өҫтөнән аш пленкаһы менән уратығыҙ. Унан йылы әйбер менән төрөргә кәрәк булыр. 

Был компрессты 1 сәғәт тотоғоҙ. Унан ысҡындырып алығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: