Бутҡаларҙың ниндәйе генә юҡ магазинда! Дөрөҫ туҡланыуҙы үҙ иткән кешеләр, операциянан һуң йүнәлеүселәр, ололар, балалар өсөн алмаштырғыһыҙ аҙыҡ ул. Бигерәк овсянкалар йәғни һоло бутҡаһына өҫтөнлөк бирелә. Был дөрөҫ тә – был төр бутҡа бик файҙалы булыуы менән айырыла.
Әммә магазиндарҙа уларҙың күп төрлө булыуы ҡайһы саҡта аптырата ла. Ҡайнап торған һыу ҡойоп, өс минуттан ашарға әҙер булған бутҡаларҙан баш тартыу яҡшыраҡ булыр. Әлбиттә, ҡайһы саҡта ҡабалан ваҡытта, улар ҙа ярап ҡала. Әммә бындай тиҙ бешкән бутҡалар күп мәртәбә эшкәртеү үткән. Тимәк, файҙалы витамин-матдәләре лә унда һанаулы ғына. Шуға күрә овсянканың ҡайнатып бешерә торғанын алығыҙ. Уны тәүҙә һыуҙа бешереп, унан ҡайнар һөт ҡойһағыҙ, бутҡағыҙ тәмле лә, файҙалы ла булыр.
Бутҡаны һатып алғанда, уның ҡағыҙ ҡумтала булғанын һайлағыҙ. Шыптыр ҡағыҙҙа ятҡан ярмалар ғәҙәттә ҡояш нурҙарына эләгеп, тиҙ арала үҙенең файҙалы сифаттарын юғалта.
Гүзәл Иҫәнгилдина.